Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тарихи урындарҙы һаҡларға һәм мәңгеләштерергә

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы бүлеге “Юнеско” тарафынан иғлан ителгән мөһим датаны бөтә донъя байрам итә. Был көндә һәр илдә музейҙар ишеге асыла, төрлө тарихи саралар үткәрелә, экскурсиялар ойошторола.

Был йәһәттән Мәсетле районы йәмәғәтселеге өсөн аҙмы-күпме шарттар бар. Бөтә урта мәктәптәрҙә лә йәмәғәтселек тарафынан ойошторолған музейҙар эшләй. 14 мәктәп музейы паспортлаштырылған.

Район үҙәгендә “Ҡарағай” шифаханаһы музейы бар. Мәғариф бүлегендә “Мәғариф” музейы асылды. Балалар сәнғәт мәктәбе бинаһында Р. Заһретдиновтың “Ҡумыҙ музейы” һәм тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлаш-ҡан. Тимәк, йәш быуынға танышыу өсөн тарихи урындар бар. Ләкин был атап үтелгән музейҙар менән генә маҡтана алмайбыҙ, сөнки үткән тарихты сағылдырған музей-ҙар һәр ауылда булырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, ауылдарҙа мәктәптәр ябылыу сәбәпле булған музейҙар юҡҡа сыға. Яҡшы яҡтан Теләш мәҙәниәт йорто башланғысын атап үтер инем. Уларҙы мәктәп музейы ғына ҡәнәғәтләндермәй: мәҙәниәт йортонда урын табып, Өпәй ауылдары тарихына арналған музей ойоштороу менән мәшғүлдәр. Эйе, сәнғәт менән тарихты айырып ҡарау дөрөҫ түгел, киреһенсә, мәҙәни усаҡтарҙа тарихи мәғлүмәттәр туп-ланырға тейеш. Был йәштәргә ыңғай йоғонто яһай.

Совет осоро тарихта ҡалды. Ул ваҡытта урындағы тарихҡа, музей-ҙар булдырыуға иғтибар бүлен-мәне, хәҙер иһә, был хатаны төҙәтеү кәрәк. Сирек быуат элек тәүге Баш-ҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов районға килгәндә, төньяҡ-көнсығыш райондары, шул иҫәптән Мәсетле районы шифаханалар төйәге, туризм һәм ял итеү үҙәгенә әйләнәсәк, тигәйне. Әммә, әлегә көрсөктән сыға алмай ыҙаланабыҙ.

Нисек кенә булмаһын, тормош дауам итә, колхоз-совхоздар кире ҡайтмаясаҡ. Шулай булғас, районыбыҙ, ауылдарыбыҙ йәшәһен тиһәк, туризм, ял итеүселәрҙе ылыҡтырыу өсөн шарттар булдырыу зарур, тимәк сығымдар кәрәк.

Туризм маршруттары булдырыу өсөн тарихи урындарҙы, тәбиғәтте, бай тарихлы ауылдарҙы дөрөҫ, белеп һайларға кәрәк. Әлегә туристик маршруттар асыу эше баш-ланған, ләкин бында тарих уҡытыу-сылары, крайҙы белгән кешеләр аша белеп эшләү талап ителә.

Әлегә башҡараһы эштәр күп. Әйткән һүҙҙәрем буш булмаһын өсөн миҫал килтерәм. 2008 йылда башҡорт иленең Рәсәйгә ҡушылыуы айҡанлы ( 450 йыллығы ) Салйоғот ауылы эргәһендәге Өнташ ҡаяһына Салауат Юлаев көрәштәштәре хөрмәтенә арналған обелиск ҡуйылды (һүрәттә). Бындай обелиск 1773-75 йылдарға арналған берҙән-бер тарихи һәйкәл булып тора. Элекке район хакимиәте башлығы Юнир Солтанов был обелискты артабан йәнләндереү, баҫҡыс ҡуйыу (менергә), юлды эшләтеү кеүек эштәрҙе планлаштырғайны. Шулай уҡ Салауат Юлаев булған ауылдар ҡаршыһына, юл буйына стела яҙып элеүҙе хуплағайны.

Районыбыҙҙа мәңгеләштереүҙе талап иткән урындар бар, улар тураһында музейҙа, китаптарҙа яҙылған. Миҫалға иң мөһимдәрен атап үтәм.

1834 йыл. Әй төбәгендәге крәҫтиән хәрәкәте. Был хәрәкәтте баҫтырғанда Ырымбур губернияһы губернаторы Перовский үҙе килә. Шуға бәйле Дыуан-Мәсетле, Оло Аҡа ауылдарында стела ҡуйыу мөһим.

Икенсе ваҡиға – 1635 йыл. Аблайхан (Күсемхан ейәне), ҡалмыҡтарҙы эйәртеп, башҡорт иленең төньяҡ-көнсығыш өлөшөн баҫып ала. Ул Хөкөмтауҙа (Яуыш ауылы эргәһендә) башҡорт бейҙәрен язалата. Был ваҡиға иҫбат- ланған.

Музейҙар, улар менән бер рәттән тарихи урындар йәш быуында патриотик тойғо тәрбиәләй, икенсенән, быуындар бәйләнешен, үткәнде онотмаҫҡа әйҙәй.

Марат ҒАФАРОВ,

тыуған яҡты өйрәнеүсе.