Бөтә яңылыҡтар

Һәр ваҡыт әҙер бул!

1922 йылдың 19 майында икенсе Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһы һәр ерҙә пионер отрядтары төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был ваҡиға хөрмәтенә 19 май СССР-ҙа пионерияның тыуған көнө булараҡ билдәләнә.

СССР-ҙа пионерия көнө совет уҡыусыларының төп байрамдарының береһе була.

Взвейтесь кострами, синие ночи,

Мы пионеры – дети рабочих.

Близится эра светлых годов,

Клич пионеров – всегда будь готов!

Билдәле пионер йырының һүҙҙәрен Советтар Союзында бар ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа белә ине. Улар араһында “пионер” тигән ғорур исемде йөрөтөргә теләмәгән кеше булмағандыр, моғайын. Ул өлкәндәрҙе ихтирам иткән ышаныслы иптәш, кеселәр тураһында хәстәрлек күрә һәм һәр ваҡыт намыҫы, выж-даны ҡушҡанса эшләй. Пионерия көнөн барыһы ла билдәләй, сөнки һәр өлкән кешенең үҙенең пионер бала сағы булған. Романтика, усаҡтар һәм йырҙар, ысын пионер дуҫлығы ваҡыты! Шулай килеп сыға, пионерия көнө уҡыу йылы һуңы менән тап килә тиерлек, шулай булғас, был көндө һәр кластың уҡыу һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһал-ған, иң яҡшы пионер отрядтары иғлан ителгән һәм дәртләндерелгән. Ә кисен, ҙур итеп яғылған усаҡ эргәһендә гитараға ҡушылып пионерҙар патриотик, хәрби һәм туристар йырҙарын йырлаған.

Беҙҙең районда “Йәйғор” район балалар йәмәғәт берекмәһе үҙ эшмәкәрлеген әүҙем алып бара, ул Мәсетле районы хакимиәтенең 1992 йылдың 11 ноябрендәге 308-се ҡарары менән теркәлгән.

Хәҙерге Рәсәйҙә пионерия көнө Балалар йәмәғәт берекмәләре көнө булып яңғырай. Ул балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ вожатыйҙар һәм пионер (мәктәп) йәшендәге балалар менән эшләүсе педагогтар өсөн байрам.

Бына минең дә үҙем Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йорто ҡарамағындағы “Берҙәмлек” инструкторҙар клубы тәрбиәләнеүсеһе бул-ғанда пионерия көнөнөң нисек үтеүе хаҡында һөйләгем килә. Ул саҡта пионерия көнө Ыҡ йылғаһы күпере аръяғындағы ярҙа үтә тор-ғайны. Балалар менән бергә беҙ ошо сараға ентекләп әҙерләнә инек. Ауылдарҙан балалар тулы автобустарҙа килә. 19 май – ул йылға йомғаҡ яһала торған көн. Балалар отчет номерҙары әҙерләй, беҙ улар менән төрлө уйындар уйнайбыҙ, станциялар буйлап йүгерәбеҙ, һуңында бер ҙур түңәрәккә баҫабыҙ ҙа пионерҙар йырын йырлайбыҙ, ҙур усаҡ яғабыҙ. Күпме йылы хәтирәләр ҡалған! Шундай һоҡланғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ байрамдар ойошторғандары өсөн беҙҙең Пионер- ҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтарына рәхмәт!

Ә киләсәк йылдар пионерҙарының ораны элеккесә: “Һәр ваҡыт әҙер бул!” булып ҡал-һын!

Айһылыу ҒӘЛЛӘМШИНА,

“Йәйғор” район балалар йәмәғәт

берекмәһе рәйесе.