Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
19 Апрель 2018, 17:45

Халыҡ өсөн эшләнеләр

21 апрелдә Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек, Урындағы үҙидара көнөн билдәләйҙәр. Матур байрам менән бәйле төрлө йылдарҙа урындағы власта эшләгән һәм дәүләт, ә һуңынан муниципаль хеҙмәткәрҙәр тип аталған кешеләр тураһында һөйләргә теләйем. Уларҙың күптәре юғары наградаларға лайыҡ булды.

1985 йылдың 29 ноябрендә мин Мәсетле район Советы башҡарма комитеты секретары итеп һайландым. 1990 йылдың мартында минең вазифам эштәр менән идара итеүсе тип үҙгәртелде һәм ошо сифатта 1990 йылдың июленә ҡәҙәр хеҙмәт иттем.

1985 йылда район Советы баш-ҡарма комитеты рәйесе булып Нәҡи Сәбиғиәр улы Әмиров эшләне. Ул етди һәм конкрет кеше ине. Уның ваҡытында башҡарма комитетта хеҙмәт машинаһы берәү ине, республика буйынса ла, ауыл советтары буйынса ла командировкаларға шуның менән йөрөнөләр. Аппарат бик татыу булды, бөтә бүлектәргә һәм улар-ҙың белгестәренә ярҙам булды.

Шунан башҡарма комитеты рәйесе итеп бик изгелекле һәм ыңғай холоҡло Анатолий Иванович Крючков һайланды. Әбей-бабайҙарҙы ҡабул иткән ваҡытта иғтибар менән тыңлай белде. Миңә йыш ҡына улар араһында тәржемәсе ролен үтәргә тура килде.

Район хакимиәте башлығы булараҡ, Юнир Юныс улы Солтанов тураһында тик ыңғай фекерҙәмен. Ул үҙенә лә, ҡул аҫтындағыларға ла талапсан булды. Минең эшемде хупланы, күп йылдар дауамында райондың опека органдары эшмәкәрлеге буйынса республикала еңеүсе булыуымда уның да өлөшө ҙур.

Мәҡәләмде социаль тәьминәт бүлегендә 25 йылдан ашыу эшләп, халыҡтың ҙур ихтирамын яулаған кеше тураһында дауам иткем килә. Һүҙем Әшрәф Нурый улы Хәбибуллин хаҡында. Ул бик яуаплы кеше, намыҫлы һәм интеллигентлы етәксе булды. Һәр эште үҙе аша үткәрә тор-ғайны. 70-се йылдарҙа әсәйем Фазила Хан ҡыҙы Ҡлызбаева ла ошо бүлектә инспектор булып эшләне. Бүлектең йөкләнеше ҙур ине, 5 кенә хеҙмәткәр эшләүенә ҡарамаҫтан, улар бөтә бурыстарын да уңышлы үтәй торғайны.

Бөрйән районынан килгән Мөхтәр Закир улы Нәҙершин хаҡында күп йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Ул 30 йылдан ашыу район халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитетының, һуңынан район хакимиәтенең финанс бүлеге начальнигы булып эшләне. Мөхтәр Закир улы ҡабатланмаҫ шәхес ине. Өҫтәүенә үҙе шәп шахматсы булды.

Мин район Хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе булып эшләү дәүерендә халыҡ мәғарифы бүлеген Альфред Шафиҡ улы Ғибәҙуллин етәкләне. Ул ҡәтғилеге һәм принципиаллеге менән айырылып торҙо. Шунан, 1986 йылда, уны уҡыусыһы Фуат Вилдан улы Ғәләүетдинов алмаштыр-ҙы. Ул бүлек менән 20 йыл етәкселек итте. Уның ваҡытында мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиәләү эше ҡайнап тор-ҙо, алдынғы тәжрибә алыу өсөн беҙгә башҡа райондарҙан килә инеләр. Һуңыраҡ район мәғариф бүлеге начальниктары булып йәш һәм көс-дәрте ташып торған Илһам Мөхәмәтхай улы Хафизов, ҙур уҡытыу стажына эйә Шакир Зәйнулла улы Шәмсетдинов, район мәктәптәрендә оҙаҡ йылдар директор вазифаһын үтәгән Борис Баяз улы Шафиҡов эшләне. Әлеге ваҡытта мәғариф бүлеген эшлекле һәм маҡсатлы Илдар Мәҡсүт улы Ғәлимов етәкләй.

Хәниф Мәүләүи улы Әхмәтйәнов район мәҙәниәт бүлегенең алмаш-тырғыһыҙ етәксеһенә әйләнде, ул үҙен тулыһы менән яратҡан эшенә бирҙе һәм әлеге көндә лә хеҙмәтен дауам итә.

Райондың баш архитекторы вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләгән һәм үҙен ипле, намыҫлы белгес итеп күрһәткән Салауат Фәҡирйән улы Сәләховты яҡшы яҡтан билдәләп үтке килә.

Ауыл советтары башҡарма комитеттарының иң яҡшы рәйестәрен атап үтеү урынлы булыр. Улар: Виктор Семенович Максимов (Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы), Фаил Вәсим улы Әхмәтшин (Ростов), Ингел Исхаҡ улы Рәхимов (Оло Аҡа), Әминә Хәмзә ҡыҙы Мөхәмәтйәрова (Әжекәй), Дамир Закирйән улы Хафизов (Яңы Мишәр) һәм Әхмәтзыя Әхмәтсафа улы Мөхәмәтов (Әләгәҙ). Ауыл советтары баш-ҡарма комитеттары секретарҙары Зоя Ивановна Чистякова (Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы), Хәлиҙә Әмир ҡыҙы Сәфәрова (Оло Аҡа), Нурия Фәрүәз ҡыҙы Бәҙретдинова (Дыуан-Мәсетле), Рәфисә Рәлиф ҡыҙы Әсмәндиәрова (Ростов), Динә Фазыл ҡыҙы Ғәлимова (Ләмәҙтамаҡ) халыҡ араһында ҙур ихтирам менән файҙаланды.

Ойоштороу бүлеге белгесе Сәмәрйә Кәрәмәт ҡыҙы Хәйруллинаның тырышлығы менән бөтә кимәлдәге депутаттар менән эш юғары кимәлдә алып барылды.

33 йыл район хакимиәтендәге муниципаль хеҙмәттә райсовет рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫарҙары Ғабдулла Хилаж улы Хәсәнов, Рифат Зәләй улы Әсбапов, башлыҡтың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары Евгений Михайлович Швалев, Радик Рауфан улы Вәлиев, Әмирйән Шамил улы Сәлимов, Сәлимйән Рәхимйән улы Ҡәҙербирҙин, хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ғәли Ғәли улы Байрамғолов кеүек грамоталы кешеләр менән эшләү бәхете тейҙе. Вәсил Вәхит улы Әбхәлимов һәм Рәүил Мәүлетбай улы Зәйнуллин хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса көслө урынбаҫарҙары булды. Район хакимиәтенең 1985 – 1995 йылдар-ҙағы эшмәкәрлеге Башҡортостанда иң яҡшыһы тип танылды.

Оҙаҡ йылдар район хакимиәте бухгалтеры булып мәҙәниле һәм бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәҫ Мария Егоровна Топычканова эшләне.

Элек Советтың азат ителгән секретары булманы, шуға күрә миңә 75 депутат ҡатнашҡан сессияларҙы ла әҙерләргә тура килә ине. Совет ултырыштарында район өсөн янып-көйгән депутаттар Борис Ильич Ярушин, Михаил Иванович Томилов, Флорид Ғәбделйән улы Ғәйнанов, Рифат Ғәзизйән улы Сәфәров, Абрек Яхъя улы Ҡаһиров, Рәис Шабан улы Хизбуллин, Сәрүәр Ислам улы Дилмөхәмәтов, Мазһар Абдулхаҡ улы Сафин, Алмаз Исмәғил улы Нәжипов, Фәрит Ғәлихан улы Каев, Альфред Шафиҡ улы Ғибәҙуллин һәм Иван Леонидович Михляев һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашты.

Бер мәҡәләлә барыһы тураһында ла яҙып бөтөп булмай, әлбиттә. Дәүләт һәм халыҡ мәнфәғәттәрен лайыҡлы яҡлаған һәм фиҙаҡәр хеҙмәт иткәндәр хаҡында яҙҙым.

Алһыу СӘФИУЛЛИНА,

район хакимиәтенең опека

һәм попечителлек буйынса төп белгесе.