Эске эштәр бүлеге ветерандары.
2011 йылдан эске эштәр бүлеге һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары байрамдарын рәсми рәүештә билдәләй – был хаҡтағы бойороҡҡа ул саҡтағы эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев ҡул ҡуй-ғайны, ә датаһы ветерандар ойошмаһына нигеҙ һалы- ныуҙың 20 йыллығына бәйле һайланған – ветерандарҙың йәмәғәт ойошмаһы 1991 йылдың 17 апреленән йәшәп килә.
Мәсетле районы ветерандар ойошмаһында төрлө йылдарҙа эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән 37 кеше тора. Ветерандар советына биш кеше инә, уның рәйесе – Миҙхәт Зияитдинов.
Эске эштәр органдарынан отставкаға сыҡҡандар – ул хоҡуҡ һаҡлау системаһы учреждениеларында хеҙмәт итеү йылдарында енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә ҡаһарманлыҡ һәм ихтыяр күрһәткән кешеләр.
Элекке милиционерҙар булмай, тип юҡҡа әйтмәй- ҙәрҙер. Хаҡлы ялда булыу- ҙарына ҡарамаҫтан, өлкән гвардия закон һәм тәртип һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүҙе дауам итә – полицияның йәш хеҙмәткәрҙәре өсөн өйрәтеүсе саралар уҙғаралар, патриотизм идеалдарын пропагандалайҙар, енәйәтселәр-ҙе тотоуҙа хәлдәренән килгәнсә ярҙам итәләр.
Шулай уҡ улар Бөйөк Еңеү көнө алдынан эске эштәр бүлегенең әлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу-сылар һәм элекке коллегалары ҡәберҙәренә сәскәләр һалыу һәм хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн район ауылдары буйлап сыға.
Үҙҙәренән алда эшләгәндәрҙең һөнәри тәжрибәһе һәм белеме арҡаһында ғәмәлдәге полицейскийҙар илебеҙ граждандары мәнфәғәтендәге хеҙмәттәрен уңышлы алып бара. Антҡа тоғролоҡ, ватандаштары тураһындағы хәстәрлек, намыҫлылыҡ һәм принципиаллек – бөтә ошо сифаттар яҡшы традицияға һәм кесе быуындар өсөн күсәгилешлеккә әйләнә.