Абдулла ауылында 1941-1945 йылдарҙағы
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға обелиск.
Әлеге ваҡытта Мәсетле районы территорияһында 40 обелиск һәм һәйкәл бар.
Районда беренсе обелиск 1957 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында граждандар һуғышы яугирҙарына ҡуйылған. Һуңыраҡ шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле һәм Һабанаҡ ауылдарында 1918 йылғы кулактар фетнәһе ҡорбандарына обелискылар ҡуйылған. Был ҡомартҡыларҙың авторы – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы Барый Кәлимуллин.
1975 йылдан бөтә ауылдарҙа ла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарҙың исемдәрен мәңгеләштереү өсөн обелискылар ҡуйыла башлай. Районда улар – 29.
Оло Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Бобин ауылдарында В. И. Ленинға һәйкәлдәр бар. Ләмәҙтамаҡ (Б. Я. Нуриманов исемендәге колхоз), Ҡорғат (В. П. Чкалов исемендәге колхоз) ауылдарында хужалыҡтарға исемдәре бирелгән шәхестәргә бюстар ҡуйылған. 1990 йылда Оло Ыҡтамаҡта башҡорт шағиры М. Кәримгә бюст асыла.
2009 йылда район үҙәгенең Еңеү паркында афған һуғышында һәм Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға стелалар ҡуйылды.
Район һәйкәлдәре һәм обелискылары беҙгә мөһим ваҡиғалар һәм районды үҫтереүгә ҙур өлөш индергән кешеләр тураһында хәтерләтә. Беҙҙең бурыс – уларҙы һаҡлау, тарихты өйрәнеү һәм был кешеләр тураһында иҫләү.