Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
16 Апрель 2018, 17:27

Совет янғын һағына – 100 йыл

1918 йылдың 17 апрелендә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан “Ут менән көрәшеүҙең дәүләт сараларын ойоштороу тураһында”ғы декретҡа ҡул ҡуйыла. Революциянан һуңғы осорҙа янғын һүндереүселәрҙең тәүге етәксеһе страховкалау һәм ут менән көрәшеү эштәре буйынса баш комиссар тарафынан тәғәйенләнгән Марк Тимофеевич Елизаров була. Ул сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә янғын һағының ойоштороу мәсьәләләренә нигеҙ һала ала.


Үҙәк янғын һүндереү бүлеге. 1920 – 1930 йылдар.


1920 йылда Эске эштәр халыҡ комитеты составында Үҙәк янғын һүндереү бүлеге төҙөлә, уға тотош ил масштабында янғын һағы менән етәкселек итеү йөкмәтелә. 1923 йылдың 23 мартында Мәскәүҙә тәүге Бөтә Рәсәй янғын һүндереүселәр конференцияһы була, уға профессионалдар – Рәсәй ҡалаларынан янғын һүндереүселәр, шулай уҡ Украина, Белоруссия, Грузия, Әзербайжандан делегациялар килә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында янғын һүндереүселәр дошман бомбалары һәм снарядтарынан сыҡҡан янғындарҙы һүндерә, кешеләрҙе һәм ҡорамалдарҙы эвакуацияларға ярҙам итә, ҡалдырылыусы ҡалаларҙы иң һуңғылар булып ташлап китә. Невалағы һоҡланғыс ҡаланы ут тарафынан юҡ ителеүҙән ҡотҡарғанда ике меңдән ашыу профессиональ янғын һүндереүсе һәм ирекмәндәр ғүмерҙәрен фиҙа ҡыла. 1941 йылдың 7 ноябрендә янғын һүндереүселәр Ҡыҙыл май-ҙанда тарихи парадта ҡатнаша, берәүҙәре шунан фронт-ҡа китә, икенселәре – янғындар һүндерер өсөн кире ҡайта.

Совет осоронда Мәсетле районының янғын һағында Радик Хәмит улы Вәхитов, Александр Александрович Крючков, Әлфиә Нәҡип ҡыҙы Ғимазиева, Владимир Анатольевич Ярушин, Павел Валерьевич Губин, Кинйәбай Ғариф улы Ғарипов, Евгений Николаевич Русинов эшләп хаҡлы ялға сыҡты. 2001 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт Рәсәй Федерацияһының Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министрлығы ҡарамағына күсте.

Бөгөн Мәсетле районы Федераль янғын хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 28-се отряды 86-сы янғын һүндереү часында дежур итеүгә 5 кеше ҡарауылға баҫа – ул бер диспетчер, бер янғын һүндереүсе, ике водитель һәм ҡарауыл начальнигы. Бында барлығы 25 кеше эшләй.

И. НИҒМӘТУЛЛИН,

Федераль янғын хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса

28-се отряды 86-сы янғын һүндереү часы начальнигы.