Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
19 Март 2018, 16:27

Бөгөн – Халыҡ-ара бәхет көнө

Йәшәү сере – ысынбарлыҡты яратыу һәм киләсәккә ышаныу

Халыҡ-ара бәхет көнөн байрам итеү идеяһын ҙур булмаған Бутан короллегендә тәҡдим итәләр. Был дәүләт халҡы тулайым милли бәхет коэффициенты буйынса лидер тип танылған. Граждандарҙың байлығы шулай үлсәнә. Шуныһы ҡыҙыҡ, шуның менән бергә матди байлыҡтарға түгел, ә традицион рухи ҡиммәттәргә: ғаиләгә, һаулыҡҡа, тәбиғәткә, дингә баҫым яһала. Был концепция бәхет тураһында Будда төшөнсәләренә нигеҙләнә. Ҡулланыш-ҡа уны ҡырҡ йылдан ашыу элек Бутандың дүртенсе короле индергән һәм шул саҡтан бирле илдә рәсми булмаған фәлсәфәүи доктрина сифатында файҙаланыла.

Бынан тыш, дәүләттең үҫеш кимәлен билдәләүҙең икенсе бер ысулы ла бар – халыҡ-ара бәхет индексы. Ул тирә-яҡ мөхит торошон сағылдырыу һәм унда йәшәүселәрҙең байлығын үлсәү өсөн файҙаланыла. Һуңғы иҫәпләүҙәргә ярашлы, иң бәхетле ил тип Коста-Рика Республикаһы атала.

Беҙгә, ябай кешеләргә, нисек бәхетле булырға һәм тормошҡа ҡыуанырға өйрәнергә? Ысынында иһә, беҙгә иң ғәҙәти булып тойолған нәмәләр: бала йылмайыуы, элекке дуҫтар менән аралашыуҙан алған ҡәнәғәтлек һәм хатта ябай аяҙ көн дә ысын шатлыҡ һәм тормош менән ләззәтләнеү бүләк итә. Кеше үҙен уратып алған бөтә күңелле нәмәләрҙең ҡәҙерен белә башлағас ҡына бәхетлерәк булып китә. Быға нисек өйрәнергә?

• Үткәнеңә рәхмәт әйтеү. Тормошта гармонияға ирешеү өсөн элек булған ваҡиғаларҙы баһалау бик мөһим.

• Хәҙергеңде яратыу. Һәр бер мәл менән ләззәтләнергә һәм унан ҡәнәғәтлек ала белергә кәрәк.

• Киләсәккә ышаныу. Бәхетлерәк булыу өсөн, иғтибарҙы яҡшы нәмәлә туплар-ға кәрәк. Киләсәк тураһында йылмайып, яңы күңелле ваҡиғалар буласаҡ, тигән шатлыҡ менән уйларға кәрәк.

Материал асыҡ сығанаҡтарҙаналынды.