

Награданы республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Тантанала Марс Әхйәмов, уның килене Гөлназ Рәүил ҡыҙы һәм ейәне ҡатнашты. Был ғаиләнең ҡаҙаныштары тураһында район гәзите биттәрендә бер нисә мәҡәлә баҫылды. 2026 йылда династия республиканың агросәнәғәт комплексындағы иң күп стажлы хеҙмәт ғаиләһе тип танылды, дөйөм хеҙмәт стажы 273 йылдан ашып китә.
Марс Ҡыяметдин улының ҡаҙаныштары хеҙмәт династиялары менән генә сикләнмәй: шул уҡ тантаналы сарала уны “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнеләр.
Шулай уҡ Марс Әхйәмов күптән түгел “Янғантау” шифаханаһында үткән “Әйлеләр ырыуы шәжәрәһе” байрамында ҡатнашты һәм Әхйәмовтар ғаиләһе шәжәрәһен тәҡдим итте. Сара Башҡортостан тикшеренеүселәрен, йәмәғәт һәм мәҙәни ойошмалар вәкилдәрен, башҡорт ырыуҙары аҡ-һаҡалдарын, халҡын һәм ҡунаҡтарын берләштерҙе. Уның төп бурыстары булып ырыуҙар тарихын өйрәнеү, милли йолаларҙы һаҡлау һәм быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыу торҙо.
Байрам барышында Әйле ырыуының тарихы һәм сығышы, уның билдәле вәкилдәре һәм йолаларына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Экспоүҙәктә шәжәрә күргәҙмәһе ойошторолдо, унда шәжәрәләрҙе, ғаилә архивтарын һәм ҡатнашыусыларҙың тикшеренеү эштәре һөҙөмтәләрен күрһәттеләр. Мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөнә, документаль раҫлауҙарға, фотографияларға, ауылдар һәм ғаиләләр тарихына, шулай уҡ ырыу билдәләренә, атап әйткәндә, тамғаға, ҡошҡа, ағасҡа һәм ырыуҙың үҙенсәлеген һәм йолаларын сағылдырған башҡа атрибуттарға айырыуса иғтибар бүленде. Марс Ҡыяметдин улы “Ырыу ағасы” номинацияһында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Был награда уның ғаилә тарихын өйрәнеүгә һәм ата-бабаларҙың рухи мираҫын һаҡлауға индергән өлөшөн таныу булды.
Камелия НУРЫЕВА.