

“Ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәре” номинацияһында еңеүсе булып район Мәҙәниәт һарайының костюмдар буйынса белгесе Зилиә Йосопова танылды. Уның наградаһы – райондың мәҙәни тормошона индергән оло өлөшөн таныу: нәҡ уның эше ярҙамында сәхнәлә сағыу образдар тыуа, төйәгебеҙҙең йолалары һаҡлана.
Ауыл мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһындағы конкурс хаҡында Зилиә Ҡазый ҡыҙы күптән белә. Унда ҡатнашыу өсөн үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһен ҡулланып, оло һөйөү менән башҡарылған ҡул эштәре презентацияһын әҙерләне.
Тегенсенең ҡул эшенә юлы мәктәп йылдарында уҡ башлана. Тәүге әйберҙәрен ул хеҙмәт дәрестәрендә тегә, ә ҡул эштәренә һөйөү әсәһенән килә – тап ул Зилиә Йосоповаға тегеү һәм сигеү нескәлектәрен өйрәтә.
Уның һөнәри юлы ҡул эштәре менән генә түгел, сәхнә менән дә тығыҙ бәйле. Мәктәптән һуң Зилиә Ҡазый ҡыҙы Өфөлә “Ир-егеттәрҙең өҫкө кейеме тегенсеһе” һөнәре буйынса профессиональ белем ала. 1996 йылда бейеүсе булараҡ ижади юлын башлай. Өс йылдан һуң кейәүгә сыға һәм Оло Ыҡтамаҡҡа күсеп килә, бында “Әй” ансамбле һәм “Ҡабырсаҡ” фольклор коллективы составында бейеү менән шөғөлләнеүен дауам итә. 2014 йылда ире Илфат Рәфҡәт улы менән бергә “Еҙ үксә” бейеү коллективына етәкселек итә башлай һәм шул уҡ ваҡытта “Аҡ тирәк” коллективы составына инә.
Күп йылдар сәхнә уның тормошоноң мөһим өлөшөн тәшкил итә. Ә 2021 йылда бейеүсе костюмдар буйынса белгес булырға ризалығын бирә һәм өс йылдан һуң бейеүсе булараҡ эшләүҙән туҡтай. Бөгөн ул, сәхнә костюмдары тегеп һәм булғандарын һаҡлап, сәхнәлә сығыш яһаусыларға ярҙам итә.
Костюмдар буйынса белгестең эше тәү ҡарашҡа ябай тойола: костюмдарҙы һаҡларға, уларҙы яҡшы торошта тоторға, ваҡытында тәртипкә килтерергә. Ләкин ысынбарлыҡта эш күпкә күберәк. Зилиә Ҡазый ҡыҙына сәхнә кейемдәрен тәртиптә тоторға ғына түгел, ә уларҙы яңынан тиерлек тегергә, сигергә, һынға яраҡлаштырып тегергә һәм, әлбиттә, үҙгәртергә һәм йүнәтергә тура килә. Һуңғыһы айырыуса йыш була.
Ул башҡорт, татар һәм урыҫ кейемдәрен тегә, ә милли биҙәктәрҙе күлдәктәргә генә түгел, таҫтамалдарға, алъяпҡыстарға һәм башҡа әйберҙәргә лә күсерә.
Шул уҡ ваҡытта һәр костюм өсөн әҙер һыҙма юҡ. Ҡайһы ваҡыт артист үҙенең кейеме ниндәй булырға тейешлеге тураһында аныҡ ҡараш менән килә: фасон, төҫтәр, деталдәр уйланылған. Ә ҡайһылары үҙҙәре костюмдар буйынса белгескә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Уның эшенең үҙенсәлеге бына ошоларҙалыр ҙа инде: кейем матур булыуҙан тыш, аныҡ кешегә килешергә, номерға тап килергә һәм кәрәкле образды булдырырға ярҙам итергә тейеш.
– Эшемдә иң оҡшағаны – костюмды ижад итеү процесы. Алдыңдағы ябай туҡыма киҫәгенән ниндәй кейем килеп сығыры бары һинән тора, – тип һөйләй Зилиә Ҡазый ҡыҙы.
Эшләү осоронда ул материалды тойорға өйрәнә һәм ҡайһы туҡыма менән эшләүе еңелерәк, ә ҡайһылары айырым ҡараш талап итеүен яҡшы белә. Сатинға оҡшағандары йәки тәбиғи туҡымалар “тыңлаусан” була. Әммә эшләүе ауыр булған туҡымалар ҙа бар, мәҫәлән, синтетика.
Яратҡан эштә лә ҡатмарлыҡтар булмай тормай.
– Бөгөнгө көндә төп проблемаларҙың береһе – ярашлы туҡыма табыу. Беҙҙең ауылда материалдар һайлау мөмкинлеге ҙур түгел, ә кәрәкле материал һатып алған кибетте хәҙер ябырға йыйыналар. Ҡала алыҫ, шуға күрә күрше райондарға барырға йәки интернет аша туҡыма алдырырға тура килә. Ярашлы материал эҙләү күп ваҡытты ала, әммә яҡшы костюмды бынан тыш ижад итеп булмай, – тип һөйләй оҫта.
Костюмдар менән даими эшләгән кеше өсөн был ваҡ-төйәк түгел. Сөнки ҡайһы ваҡыт тегәһе әйбер, фасон уйланылған, ә кәрәкле материал юҡ. Костюмдар буйынса белгес көтмәгән хәлдәр ҙә була, айырыуса концерттар ваҡытында.
Сәхнә кейеме матур ғына түгел, уңайлы ла булырға тейеш. Сығыштар һәм кейем алмаштырыу ваҡытында костюмдарҙың сәхнәгә сығыр алдынан йыртылып киткән саҡтары ла булғылай. Бындай осраҡтарҙа тиҙ генә ҡарар табырға һәм ҡул аҫтындағы бөтә нәмәне файҙаланырға тура килә: булавка, резинкалар һәм башҡа ҡулайлаштырылған нәмәләр тотонола. Әлбиттә, тамашасы быны һиҙмәй. Сәхнәлә бер ни ҙә булмағандай күренә. Бындай хәлдәр костюмдар буйынса белгестән оҫталыҡ ҡына түгел, тапҡырлыҡ та талап итә. Сөнки сығыш дауам итә, ә артист был кейемдә аҙағынаса булырға тейеш.
Төп эшенән тыш, Зилиә Йосопова сығыштар өсөн декорациялар һәм төрлө атрибуттар әҙерләүҙә ярҙам итергә тырыша. Ҡайһы ваҡыт ул үҙе лә концерттарҙа һәм сараларҙа ҡатнаша.
Үҙенең белемен ул башҡаларға тапшырырға тырыша. Зилиә Ҡазый ҡыҙы клубтар, мәктәптәр һәм балалар баҡсаһы өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡул эштәренә ылыҡтыра, халыҡ костюмдары күргәҙмәләре ойоштора, шулай уҡ “Тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ, Башҡортостан” клубы составында оҫтабикәләр менән берлектә махсус хәрби операция яугирҙары өсөн йылы кейем тегә. Тимәк, уның эше күптән инде костюмдар буйынса белгес бурыстары сиктәренән сыҡҡан.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.