Мәсетле тормошо
+17 °С
Облачно

Районда иң яҡшы уҡыусыларҙы билдәләнеләр

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт һарайында Рәсәй, республика кимәлендәге олимпиада, конкурс, спорт ярыштарында еңеүселәр һәм призерҙар, “Йыл уҡыусыһы-2026” муниципаль конкурсында ҡатнашыусылар тәбрикләнде.

Районда иң яҡшы уҡыусыларҙы билдәләнеләрРайонда иң яҡшы уҡыусыларҙы билдәләнеләр
Районда иң яҡшы уҡыусыларҙы билдәләнеләр

Байрамға талантлы уҡыусылар ғына түгел, ә уларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ был уңыштарға өлгәшеүгә булышлыҡ иткән уҡытыусылар һәм тренерҙар ҙа йыйылды. Тантаналы сараны Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин асты. Ул еңеүсе уҡыусыларҙы әҙерләгән педагогтарға оҫталыҡтары һәм йәш быуынды уҡытыу эшендә уңышлы хеҙмәттәре өсөн ихлас рәхмәтен белдерҙе, шулай уҡ балаларының һәләтен асыу-ҙа ҡатнашҡан һәм ярҙам иткән ата-әсәләрҙең дә тырышлығын билдәләп уҙҙы.
Район уҡыусыларының ҡаҙаныштары – ул шәхси еңеү генә түгел, ә бөтә муниципаль берәмектең ыңғай имиджын формалаштырыуға тос өлөш. Уҡыусыларҙың уҡыуҙа, ижадта һәм спортта уңыштары ғорурлыҡ уята. Был көндө ҡырҡтан ашыу һәләтле бала хакимиәт башлығының рәхмәт һүҙҙәренә һәм премияһына лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә – “Леонардо” Рәсәй ижади асыштар һәм башланғыстар фестивале финалы еңеүсеһе, Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы призеры һәм мәктәп уҡыу-сылары араһында рус теле, хоҡуҡ, Ватанды һаҡлау һәм именлек нигеҙҙәре буйынса Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этаптары призеры Лилиана Миңлеәхмәтова (Оло Ыҡтамаҡ лицейының 10-сы класс уҡыусыһы). Рәсәй олимпиадаһының республика этабында лицей уҡыусылары Искәндәр Хафизов (10-сы класс, йәмғиәтте өйрәнеү), Илназ Ҡәләмов (11-се класс, физик культура), Виктория Крылысова (10-сы класс, тарих), Владилена Шакирова (9-сы класс, информатика) призлы урындар яуланы. Пилотһыҙ системалар буйынса “Кибердром. Старт” ярыштарының төбәк этабында Эмир Сибәғәтуллин (6-сы класс) еңеү яуланы, призерҙар – Булат Ризванов (3-сө класс) һәм Кирилл Редькин (4-се класс), космонавтика буйынса “Йондоҙло эстафета” халыҡ-ара ғилми-техник проекттар конкурсының төбәк этабы призерҙары – Егор Баһауетдинов (6-сы класс) һәм Александр Ледянкин (7-се класс).
Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Артем Горяйнов (7-се класс) – физика буйынса Рәсәй мәктәп уҡыу-сылары олимпиадаһының республика этабы еңеүсеһе. 7–9 кластар араһында “Физика буйынса кубок” республика турниры призерҙары – Тимур Шәйәхов (8-се класс), Ләйсән Кәримова (8-се класс) һәм Зарина Алиуллова (9-сы класс), туған тел һәм әҙәбиәт буйынса федераль олимпиаданың йомғаҡлау этабы призеры – Лиана Ғилметдинова (10-сы класс).
Әләгәҙ мәктәбе уҡыусылары Рәлим Нәжипов (11-се класс) – “Ҙур саҡырыуҙар” халыҡ-ара ғилми-техник проекттар конкурсының төбәк этабы, 10-11 кластар араһында “Физика буйынса Башҡортостан кубогы” турнирының республика финалы һәм “Тормош тураһында фән” йүнәлеше буйынса республика ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы призеры; Артем Ибраһимов (11-се класс) – 10-11 кластар араһында “Физика буйынса Башҡортостан кубогы” республика финалы призеры; Илья Кузнецов (11-се класс) – 10-11 кластар араһында “Физика буйынса Башҡортостан кубогы” турнирының республика финалы һәм “Тормош тураһында фән” йүнәлеше буйынса республика ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы призеры.
Әләгәҙ мәктәбе уҡыусылары Илнара Әхмәрова (7-се класс) һәм Сабина Зәләйева (8-се класс), Түбәнге Бобин мәктәбенән Ангелина Плисова (8-се класс) шулай уҡ “Ҙур саҡырыуҙар” халыҡ-ара конкурсының төбәк этабы призерҙары булды.
Оло Аҡа мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Хәлилова (7-се класс) “Киләсәккә ҡараш” республика ғилми-ғәмәли конференцияһында еңеү яуланы.
Ксения Чебыкина (8-се класс, Түбәнге Бобин мәктәбе), Аделя Мөфлиханова (11-се класс, Башҡорт гимназияһы), Самира Ғәлимйәнова (10-сы класс, лицей) – республика ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы призерҙары.
Тантана барышында спорт тормошонда айырылып торған балаларҙы бүләкләнеләр. Башҡортостан Республикаһының “Көрәш” асыҡ турнирында Илһам Фәттәхов (Ләмәҙтамаҡ мәктәбе) һәм Матвей Мысиков (Башҡорт гимназияһы) беренсе урын яуланы, Тимофей Мысиков (Башҡорт гимназияһы), Илнур Дәүләтбаев һәм Ярослав Лукьяненко (Яңы Яуыш мәктәбе) өсөнсө урын алды.
Футбол буйынса Башҡортостан Мәғариф министрлығының финал ярыштарында “МИКС” командалары араһында беренсе урынды Яңы Яуыш мәктәбе уҡыусылары Дилфүзә Абдрахманова, Гөлминаз Хәлилова, Нәркәс Хөснуллина, Зарина Күсәбирҙина, Айзилә Рәхмәтуллина, Инсаф Нәбиуллин, Арыҫлан Ғилметдинов, Айсаф Рәхмәтуллин, шулай уҡ Искәндәр Ярмушев яуланы. Көрәш буйынса республика асыҡ турнирында беренсе урынды Фиданис Әхмәтов алды (Яңы Яуыш ауылы).
“Йыл уҡыусыһы-2026” конкурсында лицейҙың 10-сы класс уҡыу-сыһы Лилиана Миңлеәхмәтова еңде, икенсе урын Башҡорт гимназияһының 7-се класс уҡыусыһы Артем Горяйновҡа бирелде, өсөнсө урын – Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айгүзәл Исмәғилевала.
Айырым остаздарҙың үҙ эшенә тоғролоғо билдәләнде һәм рәхмәт белдерелде. Улар араһында лицейҙан уҡытыусылар Виктор Закомлистов, Татьяна Сычкина, Роза Һаҙыева, Любовь Корягина, Рәшит Хәмитов, Светлана Сибәғәтова, Тимофей Баһауетдинов, Айгөл Ғарипова, Башҡорт гимназияһынан Лилиә Вәлиева, Ләйсән Абдулхаева, Айгөл Айсина, Түбәнге Бобин мәктәбенән Вәсимә Коженкова, Әләгәҙ мәктәбенән Зөлфиә Нәжипова, Оло Аҡа мәктәбенән Лариса Ғибәҙуллина, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусылары Динат Абдрахманов менән Владик Тәүәкәлов бар.

Автор: