Мәсетле тормошо
+18 °С
Облачно

Лицей ашнаҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә

Стәрлетамаҡтың 1-се полилингваль күп профилле гимназияһында мәктәп туҡланыуы өлкәһендә иң яҡшы белгестәр өсөн “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” Рәсәй конкурсының республика этабы уҙҙы. Сарала республиканың 23 муниципалитетынан 29 мәктәп ҡатнашты. Был ҙур ваҡиға Башҡортостанда алтынсы йыл бара һәм мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороуҙың иң яҡшы алымдарын индереүҙе, шулай уҡ алдынғы тәжрибәне бөтә төбәккә таратыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Лицей ашнаҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендәЛицей ашнаҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә
Лицей ашнаҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә

“Федераль мәғарифты һанлы трансформациялау институты” уҡыусыларҙың туҡланыуын күҙәтеү үҙәге директоры Валентина Иванова ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм бындай конкурстарҙың бөтә ил буйынса балалар туҡланыу стандарттарын күтәреү өсөн төп ҡорал булып тороуын билдәләне. Көсөргәнешле ярымфиналдан һуң туғыҙ команда ғына финалға сыҡты. Уларға кулинария өлкәһендә оҫталыҡтарын ғына түгел, шулай уҡ санитар нормаларҙы белеүҙе, үҙенсәлекле булыуҙы, шулай уҡ ата-әсәләр менән эшләй белеүҙе күрһәтергә кәрәк ине.
Конкурс программаһы бай булды. Уға “Мәктәптә туҡланыу 3.0” тематик өҫтәле, менюға заманса һәм үҙенсәлекле ҡараш, ашнаҡсыларҙың һорауҙарға яуап бирергә әҙерлеген тикшереүгә йүнәлтелгән “Ата-әсәләрҙең өс һорауы” блиц-турниры, санитар нормаларҙы белеүҙе тикшереү өсөн “Хәүефһеҙ туҡланыу блогы” квест-практикумы, командаларҙың инновация идеяларын һәм киләсәк тармаҡты нисек күҙ алдына килтереүен күрһәткән “Мәктәп туҡланыуын үҫтереү стратегияһы” презентацияһы инде.
Һынау һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм лауреаттар билдәләнде. Оло Ыҡтамаҡ лицейы командаһы “Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы” номинацияһында икенсе урын яуланы. Был уңыш – Валентина Мулләхмәтова, Лариса Әбдрәшитова, Гүзәл Шәйхетдинова, Сәлимә Миңлебаеваның берлектәге эше һәм юғары профессионаллеге һөҙөмтәһе.
– Конкурсҡа ике көн дауамында әҙерләндек. Уҡыусылар өсөн 10 көнлөк меню буйынса тулы төшкө аш әҙерләргә кәрәк ине, ә төп ингредиент – балыҡ. Беҙ бик тулҡынландыҡ, борсолдоҡ, – тип һөйләй Валентина Мулләхмәтова. – Конкурс көнөндә меню тәҡдим иттеләр. Ул техник картаға теүәл тап килергә, шул уҡ ваҡытта аҡһымдар, углеводтар һәм башҡа кәрәкле матдәләр етерлек булырға тейеш. Шулай уҡ башҡа һынауҙар ҙа булды, мәҫәлән, кухняға инеп, биш минут эсендә бөтә талаптарҙы боҙоу осраҡтарын табырға һәм уларҙы яҙып алырға кәрәк ине. Баһалау ҡаты булды, эште эксперттар күҙәтте.
– Конкурста ҡатнашыуыбыҙ һөҙөмтәһендә яңы белем һәм тәжрибә алдыҡ, башҡа конкурсанттарҙан яңы алымдарға өйрәндек. Беҙгә ышанған, кәңәш биргән һәм дәртләндергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Айырыуса район мәғариф бүлеге технологы Айгөл Вәхитова ярҙам күрһәтте, – ти Сәлимә Миңлебаева.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, шул уҡ көндө Стәрлетамаҡ гимназияһында “Мәктәп туҡланыуын ойоштороуға заманса ҡараш: инновациялар һәм практика” республика конференцияһы уҙҙы. Был ҡиммәтле тәжрибә алмашыу, көнүҙәк саҡырыу- ҙарҙы тикшереү һәм үҫеп килгән быуындың һаулығы өсөн бик мөһим өлкәлә яңы үҫеш йүнәлештәрен эҙләү өсөн яҡшы мөмкинлек булды.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: