Мәсетле районы гүзәл заттары “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проекты финалына сыҡты

Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проектының ун йыллыҡ юбилейына арналған сарала Баш-ҡортостандың лайыҡлы вәкилдәрен ҡотланылар.

Мәсетле районы гүзәл заттары  “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”  проекты финалына сыҡтыМәсетле районы гүзәл заттары  “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”  проекты финалына сыҡты
Мәсетле районы гүзәл заттары “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проекты финалына сыҡты

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры һәм спорт министры Руслан Хәбибов конкурс еңеүселәренә һәм финалға сығыусыларға наградалар тапшырҙы, тормоштоң төрлө өлкәләрендә уңышҡа өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән башланғыстың әһәмиәтен билдәләне.
Бүләкләнеүселәр араһында күренекле ғалимдар, етәкселәр, спортсылар, йәмәғәт лидерҙары, Рәсәй геройҙары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тәрбиәләгән әсәләр, шулай уҡ педагогтар, медицина белгестәре, ирекмәндәр, бизнесмендар һәм үҙ эшенең оҫталары булды. Конкурс “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” ижтимағи-дәүләт ойошмаһы булышлығында ойошторолдо.
Республика конкурсы финалына Мәсетле районынан Зәлифә Ғәлиуллина (“Ирекмән” номинацияһында), Регина Ғиниәтуллина (“Мәҙәниәт”), Миләүшә Фазлыева (“Педагог”) һәм Оксана Азимова (“Оҫта”) сыҡты. Улар дипломдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ сарала Мәсетле районындағы “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Лилиә Орлова ҡатнашты.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проекты Башҡортостандың хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙарының ҡаҙаныштары символы булып тора, уларҙың ғаиләне нығытыуға, һөнәри үҫешкә өлөш индереүен һәм әүҙем социаль позицияһын күр-һәтә. Инициатива республиканан ситтә лә танылыу алды һәм уның визит карточкаһына әйләнде.

Автор: