Әгәр эшкә ҡыйыу һәм тәүәккәлдәр тотонһа, улар һәр ваҡыт теләгән һөҙөмтәгә ирешә, ә инде улар профессионалдар һәм энтузиастар командаһына берләшһә, мотлаҡ еңеүгә өлгәшәсәктәр. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсында ла шулай булды. Ғаилә фольклор коллективтары араһында “Әкиәтте сәхнәләштереү” номинацияһында беренсе урынды Өфө ҡалаһынан Шәйәхмәтовтар ғаиләһе яуланы. Камила – 161-се лицейҙың өсөнсө полилингваль класы уҡыусыһы. Нәркәс лицейҙың әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Апалы-һеңлеле ҡыҙ туғандар башҡорт телендә аралаша һәм лицейҙың иң яҡшы уҡыусылары иҫәбенә инә.
Туған телгә һөйөүҙе уларға ата-әсәләре Айгөл һәм Марат Шәйәхмәтовтар тәрбиәләй. Айгөл – Мәсетле районы ҡыҙы. Ата-әсәһе менән Өфөгә күсеп килгәнгә тиклем Оло Ыҡтамаҡ лицейында уҡый. Ул үҙ тамырҙарына, халҡының тарихына, йолаларына, башҡорт теленә хөрмәт менән ҡараған ғаиләлә тәрбиәләнә.
Бөгөн Айгөл Рөстәм ҡыҙы башҡорт колоритында алмаз мозаикаһы менән шөғөлләнә. Ул – фриволите техникаһында ҡул эштәре оҫтаһы, Башҡорт википедияһы сараларының бағыу-сыһы. Талантлы ҡыҙына күп кенә башланғыстарҙа уның һөйөклө әсәһе Динә Вәдит ҡыҙы һәм яратҡан атаһы Рөстәм Шакирйән улы Ғатауллиндар ярҙам итә. Был юлы ла, Шәйәхмәтовтар ғаиләһе төбәк-ара конкурста ҡатнашырға ҡарар иткәс, берҙәм команда булып тупландылар.
Улар “Ҡарт айыу һәм төлкө” башҡорт халыҡ әкиәте буйынса инсценировка ҡуйҙы. Һүҙ оҫтаһы Рөстәм Шакирйән улы әкиәтте шиғыр формаһына килтерҙе, шулай уҡ аҡыллы айыу роле өсөн яуаплылыҡты ла үҙ өҫтөнә алды. Йәш артистар Камила менән Нәркәс үҙҙәрен ышаныслы тотто, сөнки сәхнәлә олатай һәм әсәйҙәре менән бергә сығыш яһанылар, ә сәхнә янында яратҡан өләсәләре көтә. Динә Вәдит ҡыҙы – төп көйәрмән һәм ғаилә видеооператоры.
Команда берҙәм булғанда ғына көслө. Был юлы команданы эшлекле мөнәсәбәттәр генә түгел, туғанлыҡ ептәре лә бәйләй: Камила Шәйәхмәтованың илһамландырыусыһы һәм етәксеһе – Мәсетле районы ҡыҙы, “Баш-ҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023” төбәк-ара конкурсының “Педагогик эшмәкәрлектә инновацион технологияларҙы ҡулланыу” номинацияһында еңеүсе, “Иң яҡшы педагогик династия” Бөтә Рәсәй конкурсының “Быуаттан быуатҡа” номинацияһында II дәрәжә лауреаты, Ғатауллиндар династияһы вәкиле Ләйсән Ильясова.
Тағы бер конкурс артта ҡалды, әммә ошондай ярҙам һәм таяныс бул-ғанда, Камила менән Нәркәс ирешелгәндә генә туҡтап ҡалмаҫына ышанабыҙ. Уңыштар һеҙгә, яҡташтар!
Белешмә.
Йәш әкиәт башҡарыусыларҙың “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсы Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәре һәм дөйөм белем биреү, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 1-4 класс уҡыусылары араһында үткәрелә. Уның маҡсаты: туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу, әкиәт башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм донъя халыҡтары ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, уҡыусыларҙың шиғри һәм импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү. Быйыл конкурсҡа республиканың һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең мәғариф учреждениеларынан 635 эш килгән.
Зөһрә ҒӘНИЕВА.