Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
22 Ноябрь , 12:15

Алға, яңы офоҡтарға!

Маҡсатҡа ирешеү өсөн тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, камиллашыу өҫтөндә даими эшләү кәрәк. Шул ваҡытта ғына талап ителгән өлкәлә белгес һәм уңышлы кеше булып китеү мөмкин.

Алға, яңы офоҡтарға!
Алға, яңы офоҡтарға!

Интизор Ҡадирова үҫеп килгән йәш быуын өсөн үрнәк булып тора һәм яҡшы уҡыу, ныҡышмалылыҡ тормошта һәйбәт старт биреүен үҙ өлгөһөндә күрһәтә.
– 2022 йылда Оло Ыҡтамаҡ лицейын алтын миҙал-ға тамамланым, бер-ҙәм дәүләт имтиханын юғары балға тапшырҙым. О. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университетының “Юриспруденция: халыҡ-ара-хоҡуҡи институт” бүлегенә бюджетлы урынға индем. Барлыҡ уңыштарымда академик ҡаҙаныштарым, спорт уңыштарым (ГТО билдәһе) һәм волонтерлыҡ эшмәкәрлеге ҙур роль уйнағандыр тип иҫәпләйем, – ти Интизор Әминбай ҡыҙы.
Буласаҡ юрист әле өсөнсө курста уҡый, яңы белемгә ынтыла. Интизор уҡыу барышында Пекинда стажировка үтә, ҡытай хоҡуғын өйрәнә. Сит илдәге уҡыуы аң даирәһен киңәйтергә ярҙам итә, алдан Европа һәм Америка буйлап сәфәрҙә камиллаштырылған тел күнекмәләрен нығыта.
– Ныҡлы холҡом менән ғаиләмә бурыслымын. Әсәйем Кәрәмәт Сабир ҡыҙы менән атайым Әминбай Та-һир улы, шулай уҡ ағайҙарым Шахзод менән Бехзод мине бала саҡтан уҡ изгелек, намыҫ, эш һөйөүсәнлек һәм тирә-йүндәгеләрҙе ихтирам итеү кеүек мөһим нәмәләргә өйрәтте. Атайым менән әсәйем мине үҫешергә илһамландырып ҡына ҡалманы, шулай уҡ ихлас, ныҡышмалы һәм ярҙамсыл кеше булыу ни тиклем мөһим икәнлеген үҙҙәренең өлгөһөндә күрһәтте.
Тап ғаиләнең ярҙамы уға сит илдә сәйәхәт иткәндә һәм уҡығанда ярҙам итә, тип иҫәпләй Интизор. Барлыҡ сәфәрҙәргә ул аҡсаны үҙе эшләй. Тәрбиәһенең тәбиғи өлөшө булған изгелек һәм алсаҡлыҡ ҡыҙға тиҙ арала кешеләр менән уртаҡ тел табырға, улар менән ихлас мөнәсәбәттәр ҡорорға мөмкинлек биргән.
– Өлкән класс уҡыусыларына уҡыуҙа тырышырға, берҙәм дәүләт имтиханына ныҡышмалы әҙерләнергә, үҙ көстәренә ышанырға һәм яңы белемгә ынтылырға кәңәш итәм, – ти ҡыҙ.

Екатерина ӘМИРОВА.

Алға, яңы офоҡтарға!
Алға, яңы офоҡтарға!
Автор: