Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
4 Октябрь , 12:25

Мәсетлеләр – еңеүселәр иҫәбендә

26 сентябрҙә Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс холында оло йәштәгеләрҙең “Мин яратам һине, тормош!” XIII республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы.

Мәсетлеләр – еңеүселәр иҫәбендә
Мәсетлеләр – еңеүселәр иҫәбендә

Был фестиваль йола буйынса Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан үткәрелә. Быйыл ул Ғаилә йылына арналды. Фестивалдең төп маҡсаты – өлкән быуын кешеләренең ижади мөмкинлектәрен асыу.
Өлкән йәштәге таланттар фестивале республикабыҙҙа ун өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Финалсылар март-июнь айҙарында ете зональ фестиваль барышында билдәләнде, 2,5 мең ҡатнашыусы сығыш яһаны. Улар – йырсылар, бейеүселәр, музыканттар, тасуири һөйләү оҫталары һәм үҙенсәлекле жанр вәкилдәре. Компетентлы жюри 400-ҙән ашыу номерҙы ҡараны һәм еңеүселәрҙе һайланы.
Гала-концертта 26 иң яҡшы коллектив һәм башҡарыусы ҡатнашты. Мәсетле районынан “Йәш йөрәктәр” гармунсылар ансамбле (етәксеһе – Зөлфирә Сәлимова) сығыш яһаны. Улар “Инструменталь башҡарыу, ансамблдәр” номинацияһында I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды.
Фойела оло быуын кешеләренең биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре күргәҙмәһе ойошторолдо, унда беҙҙең талантлы оҫталарҙың эштәре тәҡдим ителде. Мәсетле районы исеменән Яңы Мишәр ауыл клубының “Ҡомартҡы” ҡабартма ҡайыу халыҡ коллективы (етәксеһе – Эльвира Латипова) сығыш яһаны. Жюри уларҙың оҫталығын юғары баһаланы һәм“Ғаилә ижады” номинацияһында III дәрәжә диплом менән бүләкләне.
Әйткәндәй, “Йәш йөрәктәр” гармунсылар ансамбле август айында үткән “Ҡазан һөлгөһө” IX халыҡ-ара йыр-бейеү сәнғәте фестиваль-конкурсының икенсе премияһы лауреаты дипломы менән дә бүләкләнде.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: