Сараның спорт программаһында төрлө уйындар ҡаралғайны. Минзилә Сабирйән ҡыҙы рус шашкаһы, халыҡ-ара шашка (100 шаҡмаҡлы таҡта) буйынса турнирҙа, шахмат-блиц һәм шахмат буйынса тиҙ уйын-рапидта ҡатнашты. Халыҡ-ара шашка буйынса турнирҙа, разрядһыҙҙар араһында бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, өсөнсө урын алды.
Юлға матди сығымдарҙы ҡапларға Мәсетле районы хакимиәте һәм спорт комитеты ярҙам итте.
– Бөтә Рәсәй ярышы уҙғарылыуы һәм уларҙа разрядһыҙҙарға ҡатнашырға рөхсәт ителеүе тураһында белгәс, үҙемдең көсөмдө һынап ҡарарға булдым, сөнки 2002 йылдан республика кимәлендә призлы урындар яулайым. Рус шашкаһы буйынса турнирҙа мин Волгоград өлкәһенән спорт мастерлығына кандидат Снежанна Михеева һәм Мәскәү өлкәһенән Римма Ястребова, Антонина Боровикова (1 разряд) һәм Мәскәүҙән Татьяна Малышева (2 разряд) менән бер тиң балл йыйҙым. Ошондай кимәлдәге ярышта минең тәүге уйын икәнлеген иҫәпкә алғанда, бик яҡшы сығыш яһаным, тип уйлайым, – ти Минзилә Хажимөхәмәтова.
Сәфәрҙә уны һәр яҡлап ярҙамсы һәм ныҡлы терәк булған тормош иптәше Асҡар Рәүхәт улы оҙатып йөрөй.
Шахмат һәм шашка спорт ветераны өсөн уйын ғына түгел, ә ғөмүмән, йәшәү мәғәнәһе. Минзилә Сабирйән ҡыҙы – шашка буйынса ете тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы. Дағстанда Бөтә Рәсәй ярышында ла ул, шахмат-блиц буйынса турнир-ҙа өсөнсө урын яулап, яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Шулай итеп, Минзилә Хажимөхәмәтова “Каспий” ярыштарының ике дипломына лайыҡ булды.
– Шахмат уйыны барышында икенсе уйынсының аҙымын ике аҙымға алда күрә белергә кәрәк, был сифат бик ныҡ ярҙам итә. Хәҙер минең планымда – остазлыҡ эшмәкәрлегенә ҡайтыу, шашка һәм шахмат буйынса тренер-уҡытыусы булыу, – тип билдәләй ул.
Минзилә Хажимөхәмәтова ауырлыҡтарға бирешмәй. Рух көсө һәм ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә ул тормошта һәм спортта уңыштарға өлгәшә. Уға иң яҡын кешеләре – тормош иптәше Асҡар менән балалары Алмаз һәм Гөлназ ярҙам итә.
Екатерина ӘМИРОВА.