Эльвера Исмәғилева 1975 йылда, йомарт май ҡояшы аҫтында уянған тәбиғәттең тирә-яҡҡа гүзәллек бөрккән матур бер көнөндә, Мәсетле районының Бурансы ауылында йәшәүсе Мәғүзә һәм Ислам Исмәғилевтарҙың тәүге шатлығы булып донъяға килә. Ул тәүҙә үҙ ауылында башланғыс, унан инде Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен уңышлы тамамлай, 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. 1997 йылда юғары уҡыу йортон тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған йәш белгес профессиональ хеҙмәт юлын Дим биҫтәһенең 102-се башҡорт лицейында башлай – өс йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша башлай. Яңы ғына асылған уҡыу йортона балаларҙы йәлеп итеү, ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барыу, милли атмосфера тыуҙырыу, кабинеттарҙы йыһазландырыу кеүек мәшәҡәттәр ҙә уның кеүек йәштәр иңенә төшә.
2001 йылда ул Ленин районының 2-се Башҡорт лицейына эшкә күсә. Хәҙер инде Эльвера Ислам ҡыҙы – үҙенең шәхси уҡытыу-методика системаһын булдырған тәжрибәле педагог, бына инде 23 йыл ошо уҡыу йортонда үҙ фәненән балаларға белем бирә, туған тел һәм әҙәбиәт буйынса методик берекмәне етәкләй. Ул даими рәүештә БР Мәғарифты үҫтереү институтында уҡытыусылар өсөн булдырылған курстарҙа, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм башҡа юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн ойошторолған сараларҙа оҫталыҡ дәрестәре менән сығыш яһай, методик эшкәртмәләр конкурсы кеүек бәйгеләрҙә, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып килә, һәр төрлө йыйынтыҡтарҙа, журналдарҙа мәҡәләләр ҙә баҫтыра. Үҙе эшләгән районда бер нисә бәйге еңеүсеһе булды, Өфө ҡалаһы, республика буйынса, төбәк-ара конкурстарҙа етди һөҙөмтәләргә өлгәште. Мәҫәлән, ул 2008, 2015 йылдарҙа уҙғарылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурстарында бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, һуңғыһында “Иң яҡшы педагогик инициатива” номинацияһында еңеүсе тип табылды. 2009 йылда “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” конкурсында еңеп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата премияһына һәм дипломына лайыҡ булды. Эльвера Ислам ҡыҙы – 2016 йылда Өфө ҡалаһы буйынса “Педагог-мастер” конкурсы еңеүсеһе, 2017 йылда Рәсәй уҡытыусылары өсөн булдырылған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән конкурс еңеүселәренең береһе: юғары педагогик оҫталығы һәм мәғарифты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн аҡсалата премия һәм маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Уҡытыусы 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан мәктәп кабинеттарын заманса мультимедиа комплексы менән йыһазландырыу буйынса иғлан ителгән конкурста ла еңеүселәр-ҙең береһе булды.
Юғары категориялы уҡытыусыға байтаҡ рәхмәт хаттары, Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды, ул 2015 йылда “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнде.
Эльвера Ислам ҡыҙының уҡыусылары ла һынатмай – күптәре предмет буйынса төбәк-ара, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, бәләкәй ғилми академияларҙа, конференцияларҙа сығыш яһап, әҙәби-ижади конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәре, яҡшы һөҙөмтәләре менән үҙен ҡыуандырып ҡына тора.
Яҡындары һәм коллегалары Эльвера Ислам ҡыҙын бар йәһәттән дә өлгөр, тырыш, ярҙамсыл, маҡсатлы, үҙ эшенең оҫтаһы булғаны өсөн ихтирам итә.
Эльвера Ислам ҡыҙы әлеге көндә Иглин районының Аҡбирҙе ауылында йәшәй. Ул тормош иптәше – филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Илшат Камил улы менән ике бала үҫтереп, уларға лайыҡлы тәрбиә бирҙе. Әсәләренә хас уңғанлыҡ, бөтмөрлөк, тырышлыҡ һәм бөхтәлек уларҙың балаларына ла күскән. Өлкән ҡыҙҙары Нәркәс башта колледжда шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштерҙе, унан Башҡорт дәүләт медицина университетын, ординатураһын уңышлы тамамлап, Өфө ҡалаһы дауаханаларының береһендә табип-реаниматолог булып эшләп йөрөй. Бәләкәстәре Эльмира ла – уҡыу алдынғыһы, ата-әсәһен шулай уҡ уңыштары менән һөйөндөрөп тора, ул да әлеге медицина университетының дауалау факультетында белем ала, 5-се курс студенты.
Юғары исемгә лайыҡ булған хөрмәтле яҡташыбыҙ Эльвера Ислам ҡыҙына эшендә тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар, ижади уңыштар, киләсәк тормошонда ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Артабан да уға туғандарының, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, һаулыҡта, муллыҡта, күңел тыныслығы менән, тик ҡыуаныстар ғына кисереп йәшәргә булһын!
Айһылыу БАЙДӘҮЛӘТОВА.