Беҙҙең район исеменән Андрей Әхмәтғарипов, Рамаҙан һәм Арсен Ҡазихановтар, Данир һәм Тимур Байрамғоловтар, Инсаф Мөхәмәтйәнов һәм капитан Тимур Йомаҙиловтан торған Башҡорт гимназияһы егеттәре командаһы сығыш яһаны (тренерҙары – Илгизәр Ғилметдинов).
Чемпион исеменә көрәшкәндә финалда егеттәребеҙ Стәрлетамаҡ районы командаһы менән осрашты. Ике партия һөҙөмтәләре буйынса 2:0 иҫәбе менән Мәсетле волейболсылары еңеү яуланы.
Команда остазы Илгизәр Маннаф улы күп йыллыҡ тренер стажына эйә, был эштә уны эксперт тип атарға мөмкин. Тренер бер юлы өс ауылда секциялар алып бара: Ләмәҙтамаҡта, Һабанаҡта һәм Оло Ыҡтамаҡта. Күнекмәләр ваҡытында балалар уйнай, индивидуаль техниканы һәм уйынсыларҙың урынлашыуы, тупты ҡабул итеү, һөжүм итеү кеүек команда тактикаһын камиллаштыра. Ярыш барышында иһә, ҡаршы команданың уйнау манераһына ҡарап, төҙәтмәләр индерергә тура килә: йүнәлеш, “блокадалау” кәрәклеге, тупты ҡабул итеү, “страховкалау”, ҡаршы командала уйнаусының һөжүме йәиһә хәйләһе – барыһын да иҫәпкә алырға кәрәк.
Команда ағзалары үҙҙәрен уйында төрлөсә күрһәтә: берәүҙәр уңышлы сығыш яһай, икенселәр тулҡынланыуҙы еңә алмай. Ошонда тренер-остаз ярҙамға килә лә инде. Ул үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген күрһәтә, дәртләндерә, уйындың тактикаһына үҙгәрештәр индерә.
– Минең командала 15 – 17 йәштәрҙәге үҫмерҙәр шөғөлләнә. Секция-ға бишенсе кластан алып йөрөйҙәр. Былтыр ошо турнирҙа өсөнсө урын алдыҡ. Һөҙөмтәһе ҡыуандырҙы, ләкин беҙ күберәккә һәләтле булыуыбыҙҙы белә инек. Йыл дауамында балалар ныҡлап шөғөлләнде. Һәм бына лидер булды, – тип һөйләй Илгизәр Маннаф улы. – Мәсетле командаһы – бындай кимәлдәге спорт ярышында икенсе йыл рәттән призлы урын яулаған райондар араһында берҙән-бер команда. Уның Башҡортостан Республикаһы исеменән федераль кимәлдә сығыш яһауы ихтимал. Мин команданың һәр уйынсыһы менән ғорурланам, улар бөтәһе лә иң яҡшы исеменә лайыҡ.
– Уйын бик сағыу булды, һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен, – тип һөйләй команда капитаны Тимур. – Уйыныбыҙ яйға һалынғанға күрә, теләгән һөҙөмтәгә өлгәшә алдыҡ.
Ләйсән АБЗАНОВА.