Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
19 Апрель , 15:45

Башҡортостан йондоҙо

13 – 14 апрелдә Өфөлә “Башҡортостан йондоҙо” Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестивале уҙҙы. Конкурс балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе мәҙәни һәм эстетик яҡтан тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, уларҙың иң яҡшы сифаттарын аса, ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара аңлашыу мөхитен тыуҙыра.

Башҡортостан йондоҙо
Башҡортостан йондоҙо

Фестивалдә 3 – 17 йәшлектәр һәм өҫтәмә 18+ категорияһында коллективтар, айырым башҡарыусылар, башланғыс, урта һәм урта махсус сәнғәт һәм мәҙәниәт уҡыу йорттары уҡыусылары, шулай уҡ художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар “Вокал”, “Хореография”, “Үҙенсәлекле жанр”, “Нәфис һүҙ”, “Инструменталь жанр”, “Мода театры” номинацияһында ярышты.
Фестивалдә педагог Альбина Закирова етәкселегендә “Миләш” балалар баҡсаһының йыр-бейеү студияһы ҡатнашты. Мәсетле районы балалары I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Юғары профессиональ жюри ансамблдең сағыу сығышын юғары баһа, кубок, диплом һәм бүләктәр менән билдәләне.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: