Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
29 Ғинуар , 15:40

Диана Фәҡирйәнова: “Иң ҙур хыялым тормошҡа ашты!”

Яңы йыл алдынан теләктәр тормошҡа аша, тиҙәр. Башҡорт гимназияһының 8 “Б” класс уҡыусыһы Диана Фәҡирйәнованың да теләге ҡабул булды.

Диана Фәҡирйәнова: “Иң ҙур хыялым тормошҡа ашты!”
Диана Фәҡирйәнова: “Иң ҙур хыялым тормошҡа ашты!”

Үткән йылдың декабрендә ул “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә 14-се сменала ял итте.
– Ноябрҙә балалыҡ иле – “Артек”ка – ғариза бирергә булдым. Шуға күрә уларға үҙемдең бөтә ҡаҙаныштарымдың электрон вариантын ебәрҙем, мин ғаризаны хупларҙар тип уйламағайным да, – тип һөйләй Диана. – Һәм бына бер көндө сайтҡа инеп ҡарарға булдым, ә унда “юлланма раҫланған” тигән яҙыуҙы күрҙем. Ҡыуанысымдың сиге булманы! Бөтә документтарҙы йыйып, поезда китеп барғанда ғына ысынлап та “Артек”та була аласағымды аңланым. “Артек”та “Гәрәбә” балалар лагерының бишенсе отрядына “Диджеинг” йүнәлеше буйынса эләктем. Мин тап шунда булырға теләгәйнем. Лагерь иҫ китмәле матур, әкиәткә эләккәндәй булдым! Унда үткән һәр көндө яҡшы хәтерләйем. Һәр көн саралар менән тулы булды. Унда беҙ ниндәйҙер яңылыҡ һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белдек.
“Артек”та сағыу саралар бик күп булды. 21 декабрҙә уҙған “алыш”ты әле лә яҡшы хәтерләйем. Беҙҙең “Гәрәбә” лагеры ике лагерь, атап әйткәндә, “Диңгеҙ” һәм “Гәлсәр” менән “көрәште”. Унда беҙ беренсе урын алдыҡ! Сараға оҙаҡ һәм тырышып әҙерләндек. Иң тәүҙә плейлист әҙерләнек, һуңынан MS һәм диджейҙар һайлап алыу туры уҙҙы. Артабан иң ҡатмарлы мәл етте: бейеү ҡуйыу. Әммә беҙ атҡарып сыҡтыҡ. Был “алыш”тан тик ыңғай тәьҫораттар ғына алдым. Ул минең хәтерҙә оҙаҡҡа ҡаласаҡ!
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: