Быйыл республикала йәшәүсе 52 кеше конкурста еңеүсе булды, улар араһында мәсетлеләр Ришат Кәримов менән Илдус Рәхимов та бар.
Илдус Рауфан улы ҡатыны Ирина Рәмил ҡыҙы менән улдары Айҙар һәм Артурҙы тәрбиәләп үҫтерә. Рәхимовтар ғаиләһендә үҙ-ара ихтирам, ышаныс менән аралашыу, теләктәшлек, бер-берең өсөн борсолоу, ярҙам итеү, яуаплылыҡ һәм бурыс тойғоһо өҫтөнлөк итә.
Ғаилә башлығы йортон да һалған, улдар ҙа үҫтергән, ағастар ҙа ултыртҡан. Әммә иң мөһиме, ул – улдарына яратҡан һәм хәстәрлекле атай, ейәндәренә лайыҡлы олатай. Илдус Рәхимовта бөтә был һыҙаттарҙы күп йылдар Оло Аҡа мәктәбендә уҡытҡан ата-әсәһе Ғәлиә Мәүләүи ҡыҙы һәм Рауфан Ғабдрахман улы тәрбиәләгән.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Илдус Рауфан улы 1979 йылда күсмә механизацияланған колоннала төрлө эштәр башҡарыусы булып башлай, “Әй” совхозының төҙөлөш бүлегендә ташсы була.
Унан һуң уны Совет Армияһы сафына саҡыралар. Ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Пермь ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, әммә, өйләнгәс, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына күсә. Уҡыуын тамамлап, Илдус Рауфан улы тыуған ауылына ҡайта һәм ауыл хужалығы машиналары буйынса инженер, йылылыҡ техникаһы инженеры, “Әй” совхозында газ хеҙмәте буйынса инженер вазифаларында эшләүен дауам итә.
1999 – 2005 йылдарҙа тәүҙә участка мастеры, һуңынан прораб вазифаларында иретеп йәбештереү техникаһының махсуслаштырылған монтаж-көйләү идаралығында эшләй. Биш йыл Мәсетле районының “Башмелиоводхоз” филиалында хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Илдус Рауфан улы производство-техник бүлек инженеры була.
Ғаилә башлығы коллективта һәр ваҡыт лайыҡлы абруй ҡаҙанды. Намыҫлы хеҙмәт, компетентлыҡ, юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн етәкселек тарафынан Рәхмәт хаты һәм “Хеҙмәт ветераны” таныҡлығына лайыҡ булды.
Ҡатыны Ирина Рәмил ҡыҙы Оло Аҡа мәктәбендә география уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, педагог-психолог булып эшләй. Ул – үҙ эшенең оҫтаһы. Эш стажы 36 йыл тәшкил итә, шулай уҡ хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ.
Ир менән ҡатын балалар тәрбиәләп үҫтергән, уларға лайыҡлы белем алырға ярҙам иткән, эш һөйөүсәнлек һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләгән.
Өлкән улдары Айҙар махсус хәрби операцияла үҙ теләге менән ҡатнаша. Хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне һәм хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Юғары Баш командующийынан Рәхмәт хаты ала, Батырлыҡ ордены менән наградлана.
Мәктәп йылдарында Айҙар бер нисә тапҡыр олимпиада һәм әҙәби ижади конкурстарҙа еңеү яулай. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Ул – I класлы юрист. Учалы район-ара прокуроры ярҙамсыһы, Мәсетле районы прокуроры урынбаҫары, Йылайыр районы прокуроры вазифаһын башҡара.
Кесе улдары Артур әлеге ваҡытта Мурманск өлкәһенең Кировск ҡалаһында төп инженер. Ул шулай уҡ предмет олимпиадаларында, спорт ярыштарында еңеү яулай, мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Буш ваҡытында спорт менән мауыға: парашют менән һикерә, тау саңғыларында шыуа, футбол уйнай.
Ғаилә ағзаларының сәләмәтлеген нығытыуға айырым иғтибар бүлгән атай улдарында спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Бала саҡтан уҡ футбол уйнарға, саңғыла шыуырға, йөҙөргә һәм балыҡ тоторға өйрәтә. Кесе йәштән хужалыҡ эштәренә ылыҡтыра, шуға күрә балалар хәстәрлекле булып үҫә.
Хәҙер Рәхимовтар – бәхетле өләсәй һәм олатай. Ейәндәре бәләкәй сағында олатайҙары уларға боҙ тауы төҙөй, ҡышҡы урманға саңғыла йөрөргә алып сыға, походтарға йөрөтә. Ейәндәре баҡсала уларға ярҙам итә.
Илдус Рауфан улы ата-әсәһенә ҙур иғтибар бүлә. Уларға хужалыҡ буйынса ярҙам итә, һаулыҡтары хаҡында ҡайғырта.
Ләйсән АБЗАНОВА.