Беҙҙекеләр шундай!
6 Октябрь 2023, 05:35

Йәш рәссамдың уңыштары

Яңы Яуыш мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Алтынай Дәүләтбаева “Урал батыр” XV төбәк-ара йәш сәсәндәр һәм ҡобайыр башҡарыусылар конкурсында ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш рәссамдың уңыштарыЙәш рәссамдың уңыштары
Йәш рәссамдың уңыштары

Яҡташыбыҙ “Эпос буйынса һүрәт” номинацияһында еңеүсе дипломы менән бүләкләнде. Награда уға 14-17 сентябрҙә Өфө ҡалаһында уҙған “Әйҙә уйнарға” уйындар фестивалендә тапшырылды.
Әйтергә кәрәк, Алтынай Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Оҫталыҡ башында” түңәрәгенә йөрөй, етәксеһе – Фәнгизә Ғарипова. Бынан тыш, ул үҙен тырыш һәм тәртипле уҡыусы итеп күрһәтә, класс тормошонда әүҙем ҡатнаша, класташтары араһында абруй ҡаҙана. Мәктәп олимпиадаларынан алып республика кимәленә тиклем төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша.
Амира ВЕРЗАКОВА.

Автор: