Оло Ыҡтамаҡ лицейын тамамлағандан һуң Марат Фәһим улы Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжына, артабан Башҡорт дәүләт университетына юриспруденция факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай, һуңғараҡ Өфөгә күсә. Әле лейтенант дәрәжәһендә суд приставы булып эшләй.
Суд приставы һөнәре, һис шикһеҙ, вайымһыҙ булмаған кешеләр өсөн. Үҙ вазифаһынан тыш, мәжбүри башҡарыу органдары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да кеше бәләһенә битараф булмай. Юл-транспорт ваҡиғаһына шаһит булған яҡташыбыҙ Марат Шәйхисламов та тиҙ ярҙам табиптары килеп еткәнсе зыян күреүселәргә ярҙам күрһәткән.
Иртәнсәк, эшкә барышлай, ул ҡала урамдары юл киҫелешендә маршрут автобусы һәм ике еңел автомобиль бәрелеүен күрә.
Суд приставы шунда уҡ ярҙамға ашыға. Автотранспорт янынан үткән водителдән янғын һүндереү сараһын һорап ала ла, башланған янғынды һүндерә. Һуңынан Марат Фәһим улы еңел автомобиль водителе һәм пассажирҙарына автомобилдән сығырға ярҙам итә.
Был ваҡытта башҡа битараф булмаған водителдәр ҙә, үтеп барыусылар ҙа килеп булыша башлай. Улар ашығыс ярҙам табиптары килеп еткәнсе зыян күреүселәргә ярҙам итеүен дауам итә, ә Марат Шәйхисламов хеҙмәткә ашыға. Әйткәндәй, был уның беренсе изге эше түгел.
Воронеж ҡалаһында ошондай битараф булмаған суд приставтары бүләкләнде. Законлылыҡты нығытыуҙағы, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән ҡаҙаныштары, хеҙмәт эшмәкәрлегендәге юғары күрһәткестәре өсөн Марат Фәһим улы Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостандан ул бер үҙе булды. Беҙ үҙ райондашыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Ләйсән АБЗАНОВА.