Онлайн-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһының 11 “б” класын тамамлаусы Артем Тимербаев еңеүсе булды һәм артабан конкурстың “Беҙҙең Башҡортостан” берләшмәһендә үткән республика этабында ҡатнашты. Артем, 1650 тауыш йыйып, 32 конкурсант араһында икенсе урынға сыҡты.
Артем – изге күңелле, шат, ярҙамсыл егет. Мәктәпте тамамлап, Өфө тимер юлы колледжына “Машинист ярҙамсыһы” һөнәренә уҡырға ингән.
Ул спорт менән шөғөлләнергә ярата. Төрлө техника менән мауыға. Мәктәп йылдарында класс һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, үҙенең класс етәксеһе Лилиә Мөхтәроваға дөйөм мәктәп эштәрендә ярҙам күрһәтә. Класташтары араһында абруй менән файҙалана.
Ата-әсәһе бала саҡтан Артемды эшкә өйрәткән. Ниндәй генә ауырлыҡ булмаһын, ул барыһын да намыҫлы башҡара. Кесе йәштән атаһына уның шәхси предприятиеһында ярҙам итә.
– Еңеүселәр иҫәбенә инеүемә бик шатмын, – ти Артем. – Миңә тауыш биргәндәре өсөн туғандарыма, дуҫтарыма һәм яҡындарыма рәхмәт!
Ләйсән АБЗАНОВА.