Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
14 Июнь 2023, 09:15

Хыялдар тормошҡа аша

Талантлы һәм һәләтле балаларға ярҙам итеү маҡсатында “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәге 2021 йылдан төрлө программалар буйынса бушлай путевка биреүгә һайлап алыу конкурсы үткәрә.

Хыялдар тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша

Һәр баланың иң юғары ҡаҙаныштар рейтингы нигеҙендә РФ субъектынан путевка алыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ улар тематик партнерҙар конкурстарында ҡатнашып, ҡаҙаныштарын тулыландырыу һәм тематик партнерҙан путевка алыу мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш, коммерция путевкаһы бар, йәғни путевканы “Артек” балалар үҙәге сайтынан үҙ аллы һатып алырға мөмкин, әммә ауыл кешеһе өсөн юллама хаҡы бик юғары һәм уны алырға һәр кемдең хәленән килмәй. Шуға күрә тәүге ысул – хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн шәп мөмкинлек.
Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Рита Мөхтәрованың “Артек”ты, Ҡырым Республикаһын күреү хыялы көслө була. Уны тормошҡа ашырыу өсөн ике йыл дауамында үҙ өҫтөндә ныҡышмалы эшләй ҡыҙ, “АИС Артек” сайтында ғариза бирә. Быйыл май айында ул төбәктән “Дан һүнмәй, йолалар йәшәй!” тип аталған бишенсе сменаға ғариза бирә һәм теләгенә ирешә.
Бөтә кәрәкле әйберҙәрен йыйып, Рита 3 майҙа Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында поезға ултыра. Юл ике тәүлек дауам итә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, быйыл “Артек”ка барған балаларҙың ата-әсәләре уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, флешмоб, символик атрибутика менән оҙатып ҡала.
Делегацияны лагерҙа йыр, телмәр, шарҙар, флагтар һәм хәҙер был иҫтәлекле, тулҡынландырғыс ваҡыт тураһында хәтирә булараҡ һаҡланған “Артек” миҙалдары менән ҡаршы алалар.
– Урынға барып еткәс, “Артек” формаһын тараттылар. Беҙ отрядтарға бүлендек, – тип һөйләй Рита. – Мин “Урман” тип аталған традицион отряд-ҡа эләктем.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 9 июндә 23е һанында уҡығыҙ.

Автор: