Төбәк картаһын республиканың 25-тән ашыу районы һәм Өфө оҫталары сигә. Мәсетле районы картаһын сигеү хоҡуғы Аҙанғолдан Гөлфиә Ниғәмәтуллинаға бирелде.
– Районыбыҙҙың картаһын сигеү бик ауырҙан булманы, ни бары өс көн үтте, әммә эш барышында ҙур яуаплылыҡ тойҙом. Сигеүем матур, яҡшы башҡарылған булһын тип тырыштым. Ҡабартмалы сигеүгә алты йыл элек өйрәндем. Яңы Мишәр ауылында ҡул эшенең был төрөнә өйрәткән халыҡ коллективы асылды. Бала саҡтан уҡ ҡул эштәре менән шөғөлләнгәнлектән, тамбур ҡайыу менән ҡыҙыҡһына башланым һәм берекмәгә килдем, – ти Аҙанғол клубының мәҙәни ял ойоштороусыһы, оҫта Гөлфиә Вәдит ҡыҙы.
Мәсетле районын һынландырған композиция ҡатын-ҡыҙ алъяпҡысына оҡшаған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, этнограф, фольклорсы Рәсимә Әхмәтйәнова һүҙҙәренсә, шундай легенда бар: Әй йылғаһы аша йөҙөп сығып барған боландың мөгөҙөндә сәскәләргә төрөлгән ҡомалаҡты күргән ҡыҙ, уны алъяпҡысҡа сигеп һалған.
Картаның һул яғында ошо районда йәшәгән Ҡошсо ырыуы башҡорттарының тотем ҡошо – ыласын төшөрөлгән. Уң яҡта сигелгән ҡумыҙға һис тә ғәжәпләнерлек түгел: ул беҙҙең районды данлаған донъяның виртуоз ҡумыҙсылары Роберт Заһретдинов менән Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ижадын сағылдыра, шулай уҡ беҙҙә асылған республикала берҙән-бер ҡумыҙ музейын символлаштыра.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 19 майҙың 20-се һанында уҡығыҙ.