Фестивалде асыу тантанаһы ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейында үтте: бында ҡала тарихы буйынса йөкмәткеле экскурсия үткәрелде, билдәле тыуған яҡты өйрәнеүселәр сығыш яһаны. Ғәмәли өлөшө колледжда ойошторолдо, унда һайлап алыу турын үткән 13 проект тәҡдим ителде. Колледж студенттары матур концерт күрһәтте, тарихи квест үткәрҙе.
Сарала беҙҙең уҡыусылар ҙа ҡатнашты һәм Мәсетле районы исеменән лайыҡлы сығыш яһаны. Шулай итеп, тикшеренеү проекты номинацияһында Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡыусылары Луиза Ғәлләмова, Анжелика Ғарипова икенсе урын алды (етәкселәре – Раушания Хәбибуллина, консультант – Әхмәтнур Хафизов). Икенсе төркөм – Оло Аҡа мәктәбенән Флида Хәмиҙуллина, Алина Жигалова, Йәмил Рәхимов. Уларға Рәхмәт хаты, сертификат һәм бүләктәр тапшырылды (етәкселәре – Лена Ғәйнанова).
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 19 майҙың 20-се һанында уҡығыҙ.