Ошо көндәрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс холында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023” төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына Әбдрәхим мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлзәминә Ғилметдинова лайыҡ булды. Ул беҙгә үҙенең конкурста ҡатнашыуы тураһында һөйләне.
– Тәүҙә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы муниципаль этапта уҙҙы, – тип башланы һүҙен Гөлзәминә Һиҙиәт ҡыҙы. – Еңеүҙән һуң мине республика этабына ебәрҙеләр. Тәүге ике эш онлайн режимында булды. Һуңынан Өфөлә Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында асыҡ дәрес үткәрҙем һәм “Патриотик тәрбиә” темаһына оҫталыҡ дәресе күрһәттем.
Конкурста йәш уҡытыусыларҙың күп булыуын күреп, ныҡ ҡыуандым. Төньяҡ-көнсығыштан килгән уҡы- тыусылар менән дуҫлаштыҡ, конкурстың бөтә этаптарында ла бер-беребеҙгә ярҙамлаштыҡ, дәртләндерҙек, – тине мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыусы.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 31 мартының 13-се һанында уҡығыҙ.