Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
23 Декабрь 2022, 09:15

Уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм конкурс еңеүселәре республика шыршыһында осрашты

Яңы йыл – балалар өсөн иң яратҡан һәм көтөп алынған байрамдарҙың береһе. Улар матур бүләктәрҙе, сағыу күңел асыу сараларын, күңелле һәм ҡыҙыҡлы ялды түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Уҡыу алдынғылары, олимпиада  һәм конкурс еңеүселәре  республика шыршыһында осрашты
Уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм конкурс еңеүселәре республика шыршыһында осрашты

22 декабрҙә Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Яңы йыл шыршыһы уҙҙы. Йола буйынса унда уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, фестиваль лауреаттары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, күп балалы ғаиләләрҙән, етем, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашты. Республиканан концерт залында меңгә яҡын бала йыйылды.
Республика Яңы йыл шыршыһында Мәсетле районынан биш мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты (һүрәттә һулдан уңға): Екатерина Шәғәүетдинова (Әләгәҙ), Арина Нафиҡова (Йонос), Дилфүзә Абдрахманова (Яңы Яуыш), Розалия Мөхтәрова (Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы), Лилиана Миңлеәхмәтова (Оло Ыҡтамаҡ лицейы).
Барлыҡ балаларҙы ла бүләктәр: тәмлекәстәр, йыл символы – йомшаҡ уйынсыҡ, китап, рюкзак һәм республика Башлығы Радий Хәбировтан: “Тыуған илен яратҡан бөйөк илебеҙҙең лайыҡлы гражданы булып үҫерһең, Башҡортостандың сәскә атыуы өсөн бик күп изге эштәр башҡарырһың, тип ышанам!”, – тип яҙылған матур теләктәр менән открытка көтә ине.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Автор: