Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
19 Декабрь 2022, 11:00

Йәш Мәсетле йондоҙҙары

Өфө ҡалаһының мәҙәни-ял итеү үҙәгендә “Башҡортостан йондоҙо-2022” Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестивале уҙҙы. Унда бәләкәй мәсетлеләр ҙә ҡатнашты.

Йәш Мәсетле йондоҙҙары
Йәш Мәсетле йондоҙҙары

Конкурс йәш таланттарҙың ижадын популярлаштырыу, яңы исемдәр асыу, коллективтар, етәкселәр араһында бәйләнештәр булдырыу, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Унда айырым коллективтар ҙа, 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге башҡарыусылар ҙа ҡатнаша ала.
Еңеүселәр “вокал”, “хореография”, “нәфис һүҙ”, “театр постановкаһы”, “үҙенсәлекле жанр”, “мода театры”, “инструменталь жанр” номинацияларында билдәләнә. Өҫтәмә номинациялар булдырылды: “Илһөйәрлек йырын иң яҡшы башҡарған өсөн”, “Илһөйәрлек бейеүен иң яҡшы башҡарған өсөн”, “Илһөйәрлек әҫәрен иң яҡшы башҡарған өсөн”.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 16 декабрҙә 50е һанында уҡығыҙ.

Автор: