Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
21 Ноябрь 2022, 14:20

Тырыштар моратына ирешә

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Таланттар ваҡыты” асыҡ республика музыка ҡоралдарында көй башҡарыусылар конкурсы уҙҙы.

Тырыштар моратына ирешә
Тырыштар моратына ирешә

Унда Башҡортостан Республикаһы балалар музыка һәм балалар сәнғәт мәктәптәренең 130-ҙан ашыу иң яҡшы уҡыусыһы ҡатнашты. Ижади бәйгелә сығыш яһау хоҡуғы белем биреү учреждениеларынан һәр номинация һәм һәр йәш категорияһы буйынса бер генә уҡыусыға бирелә.
Йәш музыканттар ике көн дауамында дүрт майҙансыҡта үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтте. Ике көн йомғаҡтары буйынса жюри урта махсус музыка колледжында оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусыларҙы билдәләне. Шул уҡ көндө лауреаттарҙың гала-концерты уҙҙы һәм еңеүселәр бүләкләнде.
Мәсетле районынан Балалар сәнғәт мәктәбенең “Музыкаль башҡарыу” бүлеге “Тынлы баҡыр инструменттар” класы тәрбиәләнеүсеһе сығыш яһаны. Трофим Крючков – юғары категориялы уҡытыусы Мәснәүи Ғәйнетдинов һәм концертмейстер Елена Крючкованың тәрбиәләнеүсеһе. Трофим “Тынлы музыка ҡоралдары” категорияһында беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Трофим Крючков лицейҙың 6 “г” класында уҡый.
– Балалар сәнғәт мәктәбендә ул йыл ярым элек уҡый башланы һәм ҙур уңыштарға өлгәшә. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үткәрелә, – тип һөйләй Трофимдың әсәһе һәм бер үк ваҡытта концертмейстеры Елена Крючкова. – Музыка менән өйҙә лә ныҡ шөғөлләнәбеҙ. Улым ағаһы менән тынлы ҡоралдарҙа йыш дуэт уйнай, ә мин уларға ҡушылам. Шулай уҡ ул райондың төрлө сараларында ҡатнаша, Балалар сәнғәт мәктәбенең инструменталь оркестры составында уйнай.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова