Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
8 Ноябрь 2022, 14:15

Шәп ҡыҙ йәшәй арабыҙҙа

Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында “Урал батыр” эпосын башҡарыусылар һәм йәш сәсәндәр конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Шәп ҡыҙ йәшәй арабыҙҙа
Шәп ҡыҙ йәшәй арабыҙҙа

Конкурста 25 райондан һәм биш ҡаланан, шулай уҡ биш республика гимназияһы һәм лицейынан 36 уҡыусы ҡатнашты. Бүләкләү тантанаһына республика этабында еңеүселәр, призерҙар – 30-ҙан ашыу уҡыусы һәм мәктәп фольклор коллективтары саҡырылды.
Ижади бәйге шарты буйынса 4500-ҙән ашыу юлдан торған “Урал батыр” эпосынан мөмкин тиклем күберәк юлдарҙы башҡорт телендә ятлап алырға кәрәк ине. Ҡатнашыусыларҙың йәше иҫәпкә алына: әгәр башланғыс класс уҡыусыһына 600-ҙән кәм булмаған юлды яттан белергә кәрәк икән, абсолют еңеүсегә эпосты тулыһынса һөйләргә һәм шул уҡ ваҡытта артислыҡ һәләтен, халыҡ йолаларын һәм эпик әҫәрҙәрҙе башҡарыу үҙенсәлектәрен күрһәтергә кәрәк.
Мәсетле районынан конкурста Фирҙәүес Мөхәмәтова ҡатнашты. Ул башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә эпостың 3500 юлын һөйләне һәм 8-11 класс уҡыусылары араһында конкурста беренсе урын алды. Йәш яҡташыбыҙ Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы, ҡиммәтле приз, 5000 һумлыҡ аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Фирҙәүес – Х. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.
– “Урал батыр” конкурсында мин дүртенсе кластан бирле ҡатнашам. Беренсе тапҡыр Бөрйән районында “Өмөтлө киләсәк” номинацияһында диплом алдым. 5-се класта Ишембай районының Торатауы янында уҙған конкурста “Йәш ҡобайырсы” номинацияһына лайыҡ булдым. 6-7 кластарҙа өсөнсө урын яуланым һәм, ниһайәт, бына беренсе урын алдым. Мин сикһеҙ шатмын, – тип уртаҡлаша ул хистәре менән. – Ошо конкурста Ләйсән Золотарева менән таныштым, бик күп ҡыҙҙар-малайҙарҙы йөҙгә таныйым. Өфөлә таныш конкурсанттар менән осраштым. Бер-беребеҙҙе еңеү менән ҡотланыҡ. Бәләкәйҙән хыялым – гран-при яулау. Шуға ынтылам. Миңә ышанған уҡытыусыларыма һәм атай-әсәйемә рәхмәт белдерәм.
Сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә “Урал батыр” эпосы буйынса спектаклде ҡарау менән тамамланды.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Шәп ҡыҙ йәшәй арабыҙҙа
Шәп ҡыҙ йәшәй арабыҙҙа
Автор:Лариса Михалькова