Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
24 Октябрь 2022, 12:00

Атай ғына түгел, өлгө булырға ла кәрәк

Улар үҙ эштәренең оҫтаһы, йәмәғәт эшмәкәре, намыҫлы күрше, яратҡан атай. “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы номинанттары был ролдәрҙе нисек берләштерергә кәрәклеген яҡшы белә.

Атай ғына түгел, өлгө булырға ла кәрәк
Атай ғына түгел, өлгө булырға ла кәрәк

Был награда атай кешегә ғаиләлә балалар тәрбиәләгән өсөн генә түгел, ә үҙ ғаиләһенә яуаплы ҡараған өсөн дә бирелә. Ыңғай өлгөләрҙә генә ғаиләнең ҡиммәттәрен күрһәтергә, киләсәк быуынды тәрбиәләргә мөмкин.
17 октябрҙә район хакимиәтенең ултырыштар залында “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсына дәғүә итеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте. Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин яҡындарына һөйөү һәм ярҙам, лайыҡлы атай өлгөһө булған өсөн Денис Нәбиуллинға (Яңы Яуыш ауылы), Илгизәр Ғилметдиновҡа (Һабанаҡ ауылы), Сергей Саломатовҡа (Әләгәҙ ауылы), Азамат Ибраһимовҡа (Абдулла ауылы) тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһынан “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы дипломдарын тапшырҙы.
Шәп атайҙарҙың береһе Азамат Ибраһимов Абдулла ауылында тыуған һәм әлеге ваҡытта тыуған ерендә ҡатыны менән биш улына өлгө булып йәшәйҙәр. Ғаилә башлығы – “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә механизатор. Йыл һайын сәсеү һәм урып йыйыу эштәрендә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.
Азамат Әлтәф улы ғаиләлә төп табыш килтереүсе генә түгел, өлгөлө ғаилә башлығы булып та тора, мәҙәни һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Ибраһимовтар – “Иң спортсы ғаилә” конкурсы еңеүселәре.
Ҡатыны Роза Тимерғәли ҡыҙы – балаларҙы тәрбиәләү менән әүҙем шөғөлләнгән тыныс, ышаныслы ҡатын. Ипле, сабыр, көндәлек тормош менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә төплө ҡарай, балаларҙы ла шуға өйрәтә. Азамат Әлтәф улы буласаҡ ҡатыны менән Омск ҡалаһына дуҫы менән ҡунаҡҡа килгәндә таныша. Улар ата-әсә фатихаһын алып өйләнешә һәм Абдулла ауылында төпләнергә ҡарар итә. Былтыр бергә тормош көтөүҙәренә 25 йыл тулған.
Ибраһимовтар улдарын үҙ иленең патриоты итеп, уларҙа ғәҙеллек, үҙ-ара ярҙам, өлкәндәргә ҡарата ихтирам тойғоһон тәрбиәләй.
Өлкән улы Альмир Екатеринбург ҡалаһында вахта ысулы менән эшләй, Рузил быйыл Рәсәй Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылында полицияға эшкә урынлашҡан, Айназ Дыуан күп профилле колледжы филиалының беренсе курсына уҡырға ингән, Рәмир балалар баҡсаһына йөрөй, ә иң кесеһе Саматҡа бер генә йәш.
Роза Тимерғәли ҡыҙы иренең намыҫлы, ғәҙел булыуын билдәләй.
– Азамат уңған, ҡуйылған маҡсаттарға һәр саҡ ирешергә тырыша. Беҙҙең ғаиләлә атай һүҙе үтәлергә тейеш. Кәңәш кәрәк булғанда беҙ уға мөрәжәғәт итәбеҙ, – тип һөйләй ҡатыны. – Буш ваҡытында Азамат балыҡҡа йөрөргә ярата, балалар менән күберәк бергә булыу өсөн уларҙы үҙе менән алырға тырыша.

Белешмә өсөн: 2020 йылда Баш-ҡортостан Республикаһында 2025 йылға тиклемге осорға Башҡортостан Республикаһы ғаилә сәйәсәте концепцияһының икенсе этабын тормошҡа ашырыу буйынса 2019 – 2025 йылдарға саралар планы нигеҙендә “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы булдырылды.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Һүрәттә һулдан уңға: Сергей Саломатов, Денис Нәбиуллин һәм Илгизәр Ғилметдинов.

Атай ғына түгел, өлгө булырға ла кәрәк
Атай ғына түгел, өлгө булырға ла кәрәк
Автор:Лариса Михалькова