Мәсетле тормошо
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
4 Февраль 2022, 09:20

Ауылдарҙы тырыштар йәшәтә

Яҡташыбыҙ – “Ҡурай даны” премияһы еңеүсеһе 28 ғинуарҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ҡурай” телеканалының “Ҡурай даны” милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Премияға лайыҡ булыусылар араһында яҡташыбыҙ – Йонос мәктәбенән уҡытыусы-тренер Фирғәт Мөниров та бар ине.

Ауылдарҙы тырыштар йәшәтә
Ауылдарҙы тырыштар йәшәтә

2020-2021 йылдарҙа телепремияға 45 ҡатнашыусы дәғүә белдерҙе, уларҙың кандидатураларын канал тамашасылары – замандаш яҡташтары тәҡдим итте. Еңеүселәр туғыҙ номинацияла билдәләнде: “Ер кешеһе”, “Һөнәр оҫтаһы”, “Эшлекле ханым”, “Ҡул эше оҫтаһы”, “Ижади ғаилә”, “Миһырбанлы ғаилә”, “Спорт ғаиләһе”, “Йыл тренеры”, “Йыл режиссеры”.
Фирғәт Риф улы “Йыл тренеры” номинацияһында ҡатнашты. Бәйгеселәр өсөн тауыш биреү уҙған йылда үткәрелде. Мәсетлеләр яҡташы өсөн тауыш биреп, әүҙем ярҙам итте һәм быға ғәжәпләнерлеге юҡ, сөнки уны тыуған төйәге өсөн янып йәшәгән, балалар һәм йәштәр спортына булышлыҡ иткән, быны эше менән иҫбатлаған кеше булараҡ беләләр.
30 йылдан ашыу ул физик культура, технология һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы булып эшләй. Районда балалар хоккейын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. “Сапсан” хоккей командаһын ойоштороусы һәм тренер. Уның көсө менән Йонос ауылында хоккей ҡумтаһы һәм кейенеү бүлмәһе, тренажер комплексы менән спорт майҙансығы төҙөлгән, яһалма күтәрелгес менән саңғы трассаһы һалынған.
Даими күнекмә һәм яҡшы кәйеф һөҙөмтәһендә сапсандар зональ, төбәк кимәлендә уҙған ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Улар А.Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубы йәш хоккейсыларының республика ярыштарында, Свердловск өлкәһендә үткәрелгән турнирҙарҙа ҡатнаша. Беҙҙең район һәм республика исеменән сығыш яһаған клуб тәрбиәләнеүселәре һәр ваҡыт оҫта уйнай, еңеүгә ынтылыш күрһәтә. 2017 йылда команда спорт клубтары араһында республика конкурсында өсөнсө урын алды.
Башҡортостан Республикаһы Хоккей федерацияһы “Сапсан” клубына миллион һумдан ашыу суммаға хоккей кәрәк-яраҡтары һатып алыуҙа ярҙам күрһәтте. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Мәсетле районы хакимиәте менән берлектә ҡар таҙартыу техникаһы һәм 20 сәкән бүләк итте. Тренер сәкәндәрҙе клуб тәрбиәләнеүселәре араһында аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға бүләк итте.
2019 йылда Фирғәт Мөниров “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында “Йыл спортсыһы” тип танылды. Шул уҡ йылда Башҡортостан Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Хеҙмәтен ул бар көсөн һалып һәм күңел йылыһын биреп башҡара. Тәрбиәләнеүселәре өсөн Фирғәт Риф улы тренер ғына түгел, ә иң яҡын дуҫ та – еңелеүҙәрҙе улар менән бергә кисерә, һәр еңеүҙәренә ихлас һөйөнә һәм уҡыусылары менән ғорурлана. Ауылдар ошондай тыуған ере өсөн янып йәшәгән тырыш һәм дәртле яҡташтарыбыҙҙың көсө менән йәшәй ҙә инде.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова