Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
8 Декабрь 2021, 10:50

Хеҙмәте менән хөрмәткә лайыҡ булды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү советы ағзаһы – яҡташыбыҙ Ридан Әхйәмовҡа Радий Хәбиров Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Хеҙмәте менән хөрмәткә лайыҡ булды
Хеҙмәте менән хөрмәткә лайыҡ булды

Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында Альбина һәм Рафиҡ Әхйәмовтар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Атаһы бар ғүмерен техника менән эшләүгә бағышлай, әсәһе статистика өлкәһендә хеҙмәт итә.
Ридан Рафиҡ улы бәләкәй саҡтан әүҙем тормош алып бара, олимпиада һәм ярыштарҙа ҡатнаша. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Вузда уҡып йөрөгән ваҡытта уҡ Өфө ҡалаһының йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ үҙәгендә эшләй. Ул йылдарҙа тәүгеләрҙән булып активистар иҫәбендә республикала студент төҙөлөш отрядтары хәрәкәтен тергеҙеүҙә ҡатнаша.
2010 йылда ҡатыны Айгөл Эдуард ҡыҙы менән Мәсәғүт ауылына күсә. Ул “Дыуан хәбәрҙәре” гәзитендә хәбәрсе булып эшләй, ҡатыны – табип-онколог. Әммә йәш һәм перспективалы йәштәрҙе ҡала үҙенә тарта һәм улар ике йылдан Өфөгә әйләнеп ҡайта.
Ридан Рафиҡ улы баш ҡалала үҙен төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә лә һынап ҡарай. Әммә тиҙҙән халыҡ мәшғүллеге өлкәһе яҡыныраҡ булғанын аңлай һәм 2017 йылда Өфө ҡалаһы Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры урынбаҫары булып урынлаша. Бөгөн ошо учреждение директоры вазифаһын башҡара.
Ридан Рафиҡ улы заманса талаптарға яуап биргән учреждениелар мөхитен булдырып, мәшғүллек үҙәктәрен модернизациялауҙа әүҙем ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта, “Йәшел Башҡортостан” берләшмәһенең инициатива төркөмө координаторы булараҡ, әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек алып бара. Һөҙөмтәлә ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү советының беренсе составына инә. Уның төп бурысы – кешеләргә үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшергә ярҙам итеү, мәсьәләләрҙе системалы хәл итеү, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау мәсьәләләре буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләү, эштәр торошо тураһында республика етәксеһенә даими мәғлүмәт еткереү.
– Беҙҙең эш һәр ауылда, районда, республика ҡалаларында экология менән бәйле проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы бергәләп хәл итеүгә йүнәлтелгән, – ти Ридан Әхйәмов. – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм йәмғиәттә экологик тәрбиә биреүҙе пропагандалау тураһында күберәк уйлана башланым.
Ридан Әхйәмов, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, экология, тирә-яҡ мөхитте, хайуандар донъяһын һаҡлау, урындағы үҙидара, территориаль үҫешкә ярҙам итеү һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса комиссия ағзаһы булараҡ, экологик экспертиза институтын үҫтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәү менән шөғөлләнә, ҡала төҙөлөшө, экология, социаль мәсьәләләр өлкәләрендә ҡарар ҡабул иткәндә халыҡ фекерен иҫәпкә алыуҙы тәьмин итә. “Йәшел Башҡорт-остан” акцияһында, уҡыусылар һәм йәштәр араһында уҙған мәғрифәтселек сараларында йыш ҡатнаша, “Таҙа уйындар” экология акциялары ойоштора.
Бөгөн Ридан Рафиҡ улы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағындағы Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһында ҡайтанан профессиональ әҙерлек һәм квалификацияны арттырыу курстарында даими рәүештә һөнәри сифаттарын үҫтереп килә.
Ул яҡшы ғаилә башлығы, хәстәрлекле, яратҡан ир һәм атай. Ҡатыны Айгөл менән ике ул тәрбиәләйҙәр.
Лариса РИЗВАНОВА.

Хеҙмәте менән хөрмәткә лайыҡ булды
Хеҙмәте менән хөрмәткә лайыҡ булды
Автор:Лариса Михалькова