Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
23 Ноябрь 2021, 10:40

Йәш һылыуҡай

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм Ришат Хужиндарҙың туғыҙ йәшлек ейәнсәре Регина Мәскәүҙә уҙған Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында гран-при яуланы.

Йәш һылыуҡай
Йәш һылыуҡай

Регина Өфө ҡалаһы Мостай Кәрим исемендәге 158-се мәктәптең дүртенсе класында уҡый, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар төркөмөндә шөғөлләнә. “Һомай” дифиле-театры” мәҙәниәт һәм ижади үҫеш студияһына йөрөй.
Был Регинаның тәүге еңеүе генә түгел. Быйыл майҙа “Башҡортостан гүзәле” конкурсының балалар номинацияһында еңеп сыҡты.
Хужиндар – күп балалы ғаиләләр иҫәбендә: Регинаның өлкән ағаһына 20 йәш, ҡустыһына – һигеҙ, Рания һеңлеһенә ни бары өс ай ғына. Атаһы Ринат Рәшит улы “ЗаводЭлектролайн” йәмғиәтенең генераль директоры. Әсәһе Айгөл Тәфтизан ҡыҙы – декрет ялында, ул Әбйәлил районында тыуып үҫкән. Ғаилә ағзалары ҙур теләк менән Регинаның ижади инициативаһын хуплай.
– Конкурсҡа әҙерләнгән ваҡытта Регина менән ҙур бер команда эшләне: хореографтар, “Һомай” студияһы оҫталары, дизайнер һәм башҡалар, – тип һөйләй гран-при яулаусының әсәһе. – Артистар, спортсылар һәм билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре конкурстың почетлы ҡунаҡтары булды. Беренсе көндә ҡыҙҙарҙан интервью алдылар. Һорауҙар бик күп булды. Регина юғалып ҡалманы, ышаныслы яуап бирҙе. Икенсе көн ижади конкурсҡа бағышланды. Жюри билдәләүенсә, Регина үҙ халҡының – башҡорт милләтенең үҙенсәлеген бар матурлығында күрһәтә алды.
Әйткәндәй, декабрь башында ул тағы ла республика исеменән сығыш яһарға Мәскәү ҡалаһына юлланасаҡ. Был юлы ҡыҙ “Останкино һылыуы” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Уңыштар һиңә, йәш һылыуҡай!
Айгөл ШАРАПОВА.

Автор:Лариса Михалькова