Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
19 Ноябрь 2021, 10:15

Ауыл тормошо палитраһында

Мәсетле районына республика телевидениеһынан килделәр

Ауыл тормошо палитраһында
Ауыл тормошо палитраһында

Ошо көндәрҙә "Башҡортостан юлдаш телевидениеһы" телеканалының ижади төркөмө беҙҙең районда булды һәм Ҡошсо ырыуы вәкилдәре – Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдары халҡы менән аралашты.
Ҡотошта быйыл саф һауала асылған бал музейы тирә-яҡта билдәле була бара. Өфө ҡунаҡтары ла уны барып күрҙе. Музейҙың ойоштороусыһы – ауыл старостаһы һәм умартасы Әхмәтнур Хафизов (фотола) был идея менән күптән йәшәүен белдерҙе. Ул тәү бурыс итеп балаларҙы умартасылыҡ кәсебенә өйрәтеүҙе ҡуйған. Бынан тыш, Әхмәтнур Әүбәкер улы боронғо башҡорт кәсептәрен, айырыуса солоҡсолоҡто тергеҙеү теләге менән йәшәй. Музей экспонаттары умартасының йортона урынлаштырылған. Улар буйынса боронғонан алып бөгөнгәсә умартасылыҡ тарихы, ҡиммәтле ризыҡтың тулы әҙерләнеү циклы менән танышырға һәм, әлбиттә, бал тәмләп ҡарарға мөмкин.
Шулай уҡ Әхмәтнур Хафизов ҡунаҡтарға тыуған ауылының тарихы тураһында бәйән итте. Ә ауылдың бөгөнгө тормошо менән Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Раил Низамов таныштырҙы. Ул былтыр Һөләймән ауылының "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулауын билдәләп үтте. "Быйыл был бәйгелә Һабанаҡ ауылы ҡатнаша, унда әлеге ваҡытта халыҡ ошо йүнәлештә ҙур эш алып бара," – тине ул.
Ләмәҙтамаҡта ла талантлы һәм тырыш халыҡ йәшәй. Нурания Ғилметдинованың ҡул эштәре журналистарҙы һоҡландырҙы. Оҫтабикә балаҫ һуғыу серҙәрен асты. Ғәүнетдиновтар һәм Мөхәрәмовтар – ауылда ла етеш тормошта йәшәп булыуын күрһәткән йүнселдәр.
"Әхирәттәр" фольклор коллективы ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы.
Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ мәктәбе директоры Фирҙәүес Ҡотлоева мәктәп тарихы һәм бында уҡыған күренекле шәхестәр тураһында бәйән итте. Мәктәп музейы ла ҡомартҡыларға бай булып сыҡты.
Мәсет һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшмәкәрлеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Белешмә
Бер йыл элек Башҡорт-остандың төп телеканалында "Тормош" тапшырыуы сыға башланы. Һәр яңы сығарылышта кешеләрҙең ғәҙәти булмаған яҙмышы һәм уларҙың тыуған яғына ҡарата оло һөйөү хаҡында бәйән ителә. Киләһе тапшырыу мәсетлеләргә бағышланасаҡ.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.
(Фото район хакимиәте сайтынан).

Автор:Лариса Михалькова