Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
10 Ноябрь 2021, 11:45

“Тамыр” телеканалының йәш йондоҙо

“Тамыр” телевизион каналының йәш артисы Искәндәр Мөхәмәтйәнов йәйге каникулын әсәһе Гөлшат Рифат ҡыҙының тыуған ауылы Айыпта, өләсәй-олатай янында уҙға- рырға ярата. Бында дуҫтары ла күп: улар менән футбол уй-нарға бик әүәҫ, Әй йылғаһында һыу инә.

“Тамыр” телеканалының йәш йондоҙо
“Тамыр” телеканалының йәш йондоҙо

Искәндәр тураһында ишеткәс, уның балаларҙың яратып ҡараған республика телеканалына нисек итеп барып урынлашыуын белеү теләге менән йәш артисҡа мөрәжәғәт иттек.
– Мин “Тамыр”ҙы өс йәштән беләм. Студия үткәргән концерт, төрлө сара, телевизион проекттарҙы ҡарарға яраттым. Туғыҙ йәшемдә “Тамыр” вокаль ансамбле уҙғарған кастингта ҡатнашып, бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Унда профессионалдар музыкаль һәләтте – ритм, тауыш, интонацияны тикшерә. Был һынауҙы уңышлы үттем. Шулай итеп, тылсымлы донъяға –“Тамыр” студияһына барып индем.
Искәндәргә 12 йәш. Башланғыс белемде Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында ала, бөгөн Дим биҫтәһенең Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының 6 “а” класында уҡый. Уның яратҡан дәрестәре – математика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте.
Бәләкәй сағынан район, ҡала, республика кимәлендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай, күп һанлы грамота, дипломдар менән бүләкләнгән. Ағымдағы йылда “Гагарин” республика олимпиадаһында ҡатнашып, туған телдән 3-сө урын яулай. Класташтары уны класс старостаһы итеп һайлай, шулай уҡ мәктәптең үҙидара советында тырышып эшләй.
Искәндәр “ТЭФИ-Төбәк” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының “Нәфис телевизион фильм/сериал” номинацияһы еңеүсеһе булған “Юғалсыҡтар иле” фильм-әкиәтендә төп ролдәрҙең береһен башҡара.
“Тамыр” вокаль ансамбленең йәш артистары: “Телем – минең яҡын дуҫым, ул йөрәгемдә йәшәй”, – тип йырлаған кеүек, Искәндәр ҙә туған теле өсөн борсола, уның киләсәген ҡайғырта. Шуға ла туған тел менән бәйле күп проекттарҙа әүҙем ҡатнаша: “Илһам” нәфис һүҙ оҫталары, “Һаумы, һаумы, әкиәт” Бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар конкурстары, “BALALAR” проекты һәм “Нурбостан” йәнһүрәттәрендә геройҙарҙы тауышландырыу, “Туған телдең көсө” документаль фильмы, башҡорт КВН уйындары, "Етегән+1" командаһының капитаны һәм башҡа саралар.
Искәндәргә ижади проекттарҙа уңыштар һәм яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ!

Автор:Айгуль  Шарапова