Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
22 Сентябрь 2021, 12:00

Мәүлиҙә Әхмәтйәнова – “Смартфонда соло” конкурсында иң яҡшылар рәтендә

Өфө ҡалаһында танылған яҙыусы Сергей Довлатовтың тыуған көнөндә “Әҙәби импульс” II Бөтә Рәсәй Довлатов фестивале үтте.

Мәүлиҙә Әхмәтйәнова – “Смартфонда соло” конкурсында иң яҡшылар рәтендә
Мәүлиҙә Әхмәтйәнова – “Смартфонда соло” конкурсында иң яҡшылар рәтендә

“Фейсбук” социаль селтәренең “Әҙәби импульс” махсус төркөмөндә фестивалгә тиклем 90 көн элек старт алған “Смартфонда соло” II әҙәби конкурс һөҙөмтәләрен йомғаҡлау сараның кульминацияһы булды. Бында 200-гә яҡын эш килде. Жюри составындағы республиканың күренекле яҙыусылары, журналистары, әҙәбиәтселәре өс лауреатты һәм махсус приз хужаһын билдәләне.
Ижади конкурста яҡташыбыҙ, Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Мәүлиҙә Әхмәтйәнова “Нам “батарей!” тигән хикәйәһе менән сығыш яһаны. Ул Рәсәйҙең “Әҙәби мираҫ” категорияһына ингән “Ағиҙел киңлектәре” әҙәби журналының махсус призына лайыҡ булды. Беҙ уны яулаған уңыштары менән ҡотлайбыҙ!
Мәүлиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы “Атайыма – аҡ эшләпә” һәм “Хуш, вәкил” (башҡорт телендә) китаптары авторы, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары лауреаты. Уның хикәйәләре төрлө йылдарҙа “Китап” нәшриәте сығарған йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, “Төньяҡ киңлектәре”, “Ағиҙел киңлектәре”, “Ватандаш”, шулай уҡ “Мәсетле тормошо” район гәзите биттәрендә баҫылды.

Автор:Айгуль  Шарапова