Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
26 Март 2021, 14:30

Яҡташыбыҙҙың китабы донъя күрҙе

Йонос ауыл биләмәһенең ике йөҙҙән ашыу шәхесе хаҡында яҙылған “Юғары баһа һеҙгә, яҡташтарым!” тип исемләнгән китап донъя күрҙе.

Уның авторы – Йонос ауылынан педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, гәзит уҡыусыларға күптән таныш булған Сәғиҙә Мөхәрәмова. Ул оҙаҡ йылдар “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы менән хеҙмәттәшлек итә.
Китапҡа башлыса авторҙың үҙенең, шулай уҡ башҡа яҡташтарыбыҙҙың 30 йыл дауамында төрлө баҫмаларҙа сыҡҡан мәҡәләләре ингән. Яҙма темаларға бүленгән: “Улар Еңеү яуланы”, “Тыл ҡаһармандары”, “Хәрбиҙәр”, “Хеҙмәт алдынғылары”, “Мәктәп тарихы”, “Беҙҙең талантлы уҡыусылар”, “Медицина хеҙмәткәрҙәре”, “Дан ғаиләләр”, “Алтын туйҙар”, “Әсәләр йылы нурҙар сәсәләр”, “Ижади шәхестәребеҙ”, “Дин әһелдәре”, “Халыҡ табиптары”, “Оҫта ҡулдар”. Китаптың күләме – 392 бит.
Китап Өфө ҡалаһының “Диалог” типографияһында сикле тиражда баҫылған.
– Һәр кеше уҡылмаған серле китап бит ул. Яҡты уйлы, ил, халыҡ яҙмышы өсөн янып йөрөгән, уңған кешеләр менән осрашһам – яҙмай булдыра алмайым. Йәштәргә маяҡ, өлгө булырлыҡ матур ғаиләләр, беҙҙе ҡыуандырып эшләп йөрөгән меңәрләгән ул һәм ҡыҙҙарыбыҙ, шөкөр – йәшәүебеҙ йәме, еребеҙ биҙәге. Рәсәйгә ауырлыҡ килһә, яҡташтарым алғы сафта, азатлыҡ өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иттеләр. Дан уларға! Хеҙмәт фронтында ла шул уҡ хәл. Минең китабымдың герой-ҙары тап ошо кешеләр, – тип һөйләй Сәғиҙә Мөхәрәмова.
Китапты баҫтырыуҙа Гөльямал һәм Рәхим Мәһәҙиевтар (Рәхимдең атаһы Дәүләткирәй Мәһәҙиев 1970-се йылдарҙа район гәзите мөхәррире булып эшләй) ярҙам итәләр, баҫманы техник яҡтан Рәсил Яйҡаров әҙерләй. Китапҡа исемде Йонос ауыл биләмәһенең почетлы гражданы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Иҙелман Ҡазыев бирә.