Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
9 Октябрь 2020, 19:30

Айҙар – спорт мастеры

Мәсетле районы спортсыларға бай. Хәҙер улар сафы тағы ла бер спорт мастерына артты.

Был ҙур исем Оло Ыҡтамаҡ ауылы егете, П. С. Нахимов исемендәге Ҡара диңгеҙ юғары хәрби-диңгеҙ училищеһының бишенсе курс курсанты, Айҙар Рафиҡовҡа бирелде.
Айҙар (һүрәттә – уртала, кубок менән) Владивостокта Хәрби-диңгеҙ флотының елкәнле кәмәләрҙә ишеү күпбәйгеһе буйынса чемпионатында ҡатнаша. Иң көслөләр исеменә барлыҡ флоттарҙан, Каспий флотилияһынан, юғары хәрби-диңгеҙ уҡыу йорттарынан һәм хәрби частарҙан 12 команда ҡатнаша.
Ярыш һөҙөмтәһендә Айҙар сығыш яһаған П. С. Нахимов исемендәге Ҡара диңгеҙ юғары хәрби-диңгеҙ училищеһы командаһы икенсе урын яулай. Курсанттарға “Спорт мастеры” исеме бирелә.
Айҙар Башҡорт гимназияһын тамамлаған. Ике йыл рәттән Еңеү көнөндә Ҡыҙыл майҙанда ғәскәрҙәрҙең тантаналы парадында ҡатнашҡан. Үҙенең уңыштарына курсант тыныс ҡарай. Ул атаһы Айрат Филарит улы менән әсәһе Эльвира Шакир ҡыҙының ғорурлығы.
Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм спортта, тормошта артабан да уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ!