Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғорурланырлыҡ егеттәре бар Мәсетле еренең

24 июндә илебеҙҙең төп парадында Кремль стенаһы эргәһенән тағы ла бер яҡташыбыҙ тантаналы сафҡа теҙелеп үтте. Дүртенсе Гвардия танк дивизияһы сос- тавында Мәскәүҙә Хәрби парадта Илнур Хөрмәтовтың да үтеүе тураһында ҡыуаныслы хәбәрҙе Абдулла ауыл биләмәһе хакимиәтенән ишетеп белдек.

Армияла хеҙмәт иткәнгә тиклем Илнур Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалын тамамлап, электро-монтер һөнәрен алған. Уҡыған осорҙа ул үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша. Армияға алынғансы егет “Аҡтау” хужалығында эшләп өлгөргән. Хәрби хеҙмәткә алынғас, Наро-Фоминск ҡалаһының зенит-ракета полкына эләгә. Һигеҙенсе июлдә билдәләнгән зенит-ракета ғәскәрҙәре көнөн ул лайыҡлы рәүештә үҙ байрамы тип иҫәпләй. Күптән түгел Илнур тыуған ауылы Абдуллаға әйләнеп ҡайтҡан. Армия тураһында уның күңелендә йылы хәтирәләр генә ҡалған.
Яҡташыбыҙҙың яҡындары уның ошондай ҙур һәм мәртәбәле сарала ҡатнашыу хоҡуғы алыуы менән бик ғорурлана. Илнурҙың уңыштары тураһында ишетеп, уның уҡытыусылары, класташтары һәм маҡсатҡа ынтылыусан был егетте белгәндәрҙең барыһы ла һалдаттың туғандарының һәм яҡындарының шатлығын уртаҡлаша. Ошондай ҡыуаныслы хәбәрҙәрҙе алып, Мәсетле районынан Ватанына тоғро хеҙмәт итергә әҙер ысын ир-егеттәр сығыуына, ауыл ерендә тыуған егеттәр- ҙең Мәскәүҙәге Еңеү парады кеүек күләмле сараларҙа сығыш яһарға лайыҡ булыуҙары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәһең.
Хәрби хеҙмәте ваҡытында Илнур “Гвардия” түшкә ҡаҙай торған билдәһе һәм хәрби парадта ҡатнашҡан өсөн миҙал менән бүләкләнгән.