Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙыл майҙан буйлап үтте яҡташыбыҙ

Мәсетле районында тыуып үҫкән Шатморат Йәнтүрин 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә илебеҙҙең баш ҡалаһында үткән хәрби парадта ҡатнашты.

Егет Һөләймән ауылында Алия һәм Фидаил Йәнтүриндар ғаиләһендә тыуған. Атаһы тракторсы булып эшләгән, әсәһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Һуңынан улар Өфөгә күсеп киткәндәр.
Шатморат Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһын тамамлаған һәм Баш-ҡорт дәүләт аграр университетының йылылыҡ-энергетика факультетында белем алған. Бала сағынан уҡ шахмат менән мауыҡҡан. Күп тапҡырҙар ярыштарҙа еңеп сыҡҡан.
2019 йылда яҡташыбыҙ армияға алына һәм Мәскәү янындағы Наро-Фоминск ҡалаһының һауа-десант ғәскәрҙәренә тәғәйенләнә.
– Улым парашют менән һикерер алдынан беҙ уның өсөн бик борсолдоҡ, сөнки ул бейеклектән ҡурҡа ине, – тип уртаҡлаша Шатмораттың әсәһе.
Әммә егет ҡурҡыуын тиҙ генә еңә. Алты тапҡыр парашют менән һикерә. Төпкөл разведка ротаһының спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм спорт элементтарын үтәгәндә яҡшы күрһәткестәре өсөн ғәскәр часы командиры подполковник Кузьмин ҡулынан грамоталар алды. Уға ефрейтор дәрәжәһе бирелгән.
Уҙған йыл декабрҙә уға Ҡыҙыл майҙанда парадта ҡатнашасағы тураһында әйтәләр. 9 май-ға өлгөрөү өсөн мартта уҡ әҙерләнә башлайҙар. Яҡташыбыҙ һәм уның иптәштәре өс ай дауамында ныҡлы әҙерлек алып бара, сафҡа теҙелеп үтеүҙең һәр элементын ентекләп өйрәнәләр. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле, парадты 9 майҙан 24 июнгә күсерәләр.
Шатморатҡа хәрби парадта ҡатнашҡан өсөн миҙал тапшыралар. 1 июлгә егеттең хәрби хеҙмәте тамамлана. Яҡындары уның ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.