Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ксения – республика конкурсы еңеүсеһе

Оло Ыҡтамаҡ лицейының унынсы класс уҡыусыһы Ксения Сәлихова “Эргәңдә йәшәгән герой тураһында һөйлә” иншалар конкурсында еңеүсе тип табылды.

Уның Афғанстан һәм чечен хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнаш-ҡан ағаһы Роберт Сәлихов тураһында иншаһы Башҡортостанда тәҡдим ителгән барлыҡ эштәр араһында иң яҡшыһы тип табылды. Конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнап һәм Төньяҡ Кавказ территорияһында хәрби хәрәкәттәр башланыуҙың 25 йыллығына бағышлап “Герой-ҙар хәҡиҡәте” проекты буйынса уҙғарылды. Уҡыусылар нәҡ локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар тураһында ине.
– Ағайымдың дуҫтары күп булған, ул тормошто, Ватанын бик яратҡан, – тип һөйләй ҡыҙ. – Ул “ҡыҙыу нөктә”гә киткәндә, күп кенә хат яҙып, иптәшенә биргән. Ағайым һәләк булған, ә хаттары килеп тор-ған...
Һәләтле һәм маҡсатлы Ксения төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Уңғанлығы һәм сабырлығы уға маҡсаттарына ирешергә ярҙам итә. Ҡыҙ спортта ла һынатмай – район саңғы уҙыштарында призлы урындар алып тора. Ике йыл элек “XXI быуат лидеры” республика конкурсының район этабында өсөнсө урын алған. “Оло һәм яңғыҙ кешеләргә ярҙам” проектын ғәмәлгә ашырыуға район гранты отҡан.
Иншалар конкурсы йомғаҡ-тары буйынса Ксения БР Мәғариф һәм фән министрлығы кубогы һәм иҫтәлекле бүләк менән наградланды. Етәксеһе – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нина Ярушинаға БР Мәғариф һәм фән министрлығы Рәхмәте тапшырылды.