Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
10 Ғинуар 2020, 13:00

“Артек” үҙәгендә ял: хыялмы әллә ысынбарлыҡмы?

1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының 7-се класс уҡыусыһы Евгения Пстыгоға “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенең “Янтарный” лагерында ял итеү бәхете тейҙе.

Йыл дауамында Евгения (һүрәттә: алғы рәттә уңдан беренсе) “Артек” үҙәге сайтындағы шәхси кабинетында заявкалар бирә, унда уның һуңғы өс йылдағы грамоталары һәм ҡаҙаныштары иҫәпкә алына. Һөҙөмтәлә ул 5 декабрҙән 24-енә тиклем дауам иткән 14-се сменаға эләгә, унда “Башҡортостан Республикаһының һәләтле йәштәре” проектына ярашлы балдар буйынса үтә. Путевка бушлай бирелә, юл хаҡын ата-әсәләр түләй.
Ҡыҙ сәфәренән бихисап ыңғай тәьҫораттар ала:
– “Артек” – ул Рәсәйҙәге иң яҡшы лагерь. Күптәр шулай ти ине, һәм бына миңә лә унда барыу мөмкинлеге тейҙе. Мин лагерҙа булып, барыһын да үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. “Артек” “Морской”, “Хрустальный”, “Кипарисный”, “Янтарный”, “Лазурный” һәм башҡа лагерҙарҙы берләштерә. Мин “Янтарный”ға эләктем. Кәрәкле документтарҙы тултырғандан һәм медицина тикшереүе үткәндән һуң ял һәм күңел асыу көндәре башланды.
“Артек”тағы бер генә көн дә икенсеһен ҡабатламаны: яңы дуҫтар, яңы танышлыҡтар, яңы асыштар, яңы хис-тойғолар. Көн һайын бик күп төрлө саралар уҙғарылды. Буш ваҡыт бөтөнләй булманы тиерлек. Әммә бер генә минутҡа бушау менән тәь-ҫораттарҙы уртаҡлашыр өсөн шунда уҡ ата-әсәләребеҙгә шылтырата инек. Күптәр өйҙәрен һағынһа ла, бер кемдең дә ҡайтып киткеһе килмәне – барыһы ла шул тиклем мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булды.
Мин ифрат күп күңел асыу һәм танып белеү сараларында ҡатнаштым. Барыһынан да нығыраҡ географик обсерваторияға, герой-ҡала Севастополгә, Херсонесҡа сәфәр иҫемдә ҡалды.
Өс аҙна бер мәлдәй үтеп тә китте. Хушлашыу ваҡыты етте. Яңы дуҫтар, яратып өлгөргән вожатыйҙар менән айырылыш-ҡы килмәне.
Сайтҡа заявка биргән ваҡытта мин үҙем дә уңышҡа ышанмағайным. Ләкин уңыш йылмайҙы, һәм мин онотолмаҫлыҡ сәфәр ҡылдым. Һеҙгә лә үҙегеҙгә һәм үҙ көсөгөҙгә ышаныуығыҙҙы теләйем. Шул саҡта хыялығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ!