Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
10 Ғинуар 2020, 14:00

Афарин, Алишер!

Үткән йыл 1-се лицейҙың 10 “А” класс уҡыусыһы Алишер Ноғманов абруйлы конкурста – Башҡортостан Республикаһының V “Йәш профессионалдар” (WorldSkills-Russia) асыҡ төбәк чемпионатында ҡатнашты.

585 конкурсант мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, мәғариф, етештереү һәм инженер технологиялары, төҙөлөш, хеҙмәтләндереү өлкәһе, ижад һәм дизайн, транспорт һәм логистика кеүек блоктарҙа үҙ оҫталығын күр-һәтте. Эштәрҙе 600-ҙән ашыу эксперт баһаланы. Конкурс майҙансыҡтарында республиканың биш меңдән ашыу уҡыу-сыһы булды. Алишер Ноғманов “Виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡты әҙерләү” компетенцияһы буйынса ҡатнашты һәм конкурсант дипломы менән бүләкләнде.
Алишер – Мәсетле районының иң әүҙем уҡыусыларының береһе. Ул Рәсәй, республика кимәлендәге конкурс-тарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнаша. Үткән йыл мәктәп уҡыу-сылары араһында үткән “КРИТ-2019” республика информацион технологиялар буйынса эштәр конкурсының “Ғәмәли программа буйынса йәш программист” номинацияһында призер булған. 2018 һәм 2019 йылдарҙа йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль этабында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән.
Шулай уҡ ул Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә үткән тикшеренеү эштәре буйынса “Иң яҡшы күҙәтеү” номинацияһында республика конкурсының дипломы менән бүләкләнгән, 2019-2020 уҡыу йылында “Мәктәптә биология фәнен өйрәнгәндә тулыландырылған ысынбарлыҡты файҙаланыу” тигән эше менән район конкурсында еңеү яулаған.