Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
28 Декабрь 2019, 18:18

Фирҙәүес Кремль шыршыһын күрҙе

Мәскәүҙә дәүләт Кремль залында Дөйөм Рәсәй Яңы йыл шыршыһы уҙҙы. Унда һәр йылдағыса Башҡортостандан делегация юлланды.

Мәскәүгә барған 114 уҡыусы араһында Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең алтынсы класс уҡыусыһы Фирҙәүес Мөхәмәтова ла бар ине. Фирҙәүес – уҡыу алдынғыһы, портфолиолар конкурсы еңеүсеһе, төрлө кимәлдәге олимпиадалар һәм конкурстар еңеүсеһе һәм призеры, “Илһам” халыҡ-ара конкурсының “Эстрада вокалы” номинацияһында I дәрәжә дипломанты, “Башҡортостандың 100 шағиры” республика әҙәби марафоны финалсыһы, “Урал батыр” республика конкурсының “Киләсәккә өмөт” һәм “Йәш бәйетсе” номинацияларында еңеүсе, “Яҙғы тамсы” төбәк-ара конкурсының II дәрәжә лауреаты, саңғы уҙышы буйынса һәм башҡа район ярыштары еңеүсеһе.
Илебеҙҙең баш ҡалаһын күреп ҡайтҡандан һуң Фирҙәүес тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
“Миңә Кремль шыршыһына барасағым тураһында хәбәр бик яҡшы Яңы йыл сюрпризы булды. Был сәфәрҙән ғәҙәти булмаған тәьҫораттар көттөм, әммә күргәндәрем көткәненән дә яҡшыраҡ булып сыҡты.
Беҙ 23 декабрҙә юлға сыҡтыҡ. Был көндө республиканың төрлө мөйөштәренән ҡыҙҙар һәм малайҙар “Связист” шифахана-һауыҡтырыу лагерына йыйылды. Бында беҙ бер-беребеҙ менән тиҙ таныштыҡ. Беҙгә барыбыҙға ла бер төрлө әйбер – ҡурай төшөрөлгән Башҡортостан флагы төҫөндә тегелгән шапка һәм шарфтар бирҙеләр. Икенсе көндө иртән Өфө аэропортынан махсус рейс менән Мәскәүгә барып төштөк. Унда бик уңайлы автобустар көтә ине инде. Уларҙың руле артында Ҡыш Бабайҙар ултыра. Беҙҙе “Альфа” отеленең “Измайлово” ҡунаҡхана комплексына урынлаштырҙылар.
Төп шыршы дәүләт Кремль залында урынлаштырыл-ғайны. Бында беҙ “Ҡыш Бабайға хат” музыкаль спектаклен ҡараныҡ. Ул миңә бик оҡшаны: геройҙарҙың костюмдары иҫ китмәле матур, алмашынып торған декорациялар сағыу ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа үҙ һәләттәрен күрһәтте. Мин “Башкортостан – родина моя” йырын башҡарып, “Мәскәү Кремле” энциклопедияһын һәм Дөйөм Рәсәй Яңы йыл шыршыһын әҙерләү һәм уны уҙғарыу буйынса РФ Президенты эштәре менән идара итеүсеһенән һәм Мәскәү профсоюздар федерацияһынан Рәхмәт хаты алдым.
Шулай уҡ беҙ шыршы уйынсыҡтарын биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаштыҡ, Собор майҙансығы буйлап йөрөнөк. Һәм тағы ла, бүләкһеҙ байрам буламы инде! Улар шул тиклем күп ине, хатта тоторға ҡулдарға һыйманы. Яңы тойғолар алып, бик бәхетле булып ҡайтып төштөк беҙ. Был ваҡиғалар минең хәтеремдә оҙаҡ һаҡланасаҡ”.
Сәфәрҙе ойоштороуҙа район мәғариф бүлеге белгестәре, Дыуан-Мәсетле мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары ярҙам иткән. Һәләтле ҡыҙҙың әсәһе Ильзида Рәфҡәт ҡыҙы менән атаһы Фәрҙиән Миндиәхмәт улы уларға бик рәхмәтле.