Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
5 Ноябрь 2019, 12:00

Дубай һылыуҡайы-2019

26 октябрҙә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә “Дубай һылыуҡайы-2019” халыҡ-ара конкурсы уҙҙы. Унда яҡташыбыҙ, Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһын һәм Санкт-Петербург ҡалаһында А. И. Герцен исемендәге Рәсәй педагогия университетын тамамлаусы Илгизә Мөхтәроваға ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Был абруйлы конкурста сығыш яһау тураһында хыялын тормошҡа ашырыу Мәскәү ҡалаһында үткән кастингта ҡатнашыу һәм төрлө халыҡ-ара алмашыу программалары ярҙамында һәм Илгизәнең үҙенең тырышлығы менән мөмкин булды.

Әле мәктәп йылдарында уҡ Илгизә үтә әүҙем була, вокал һәм хореография буйынса халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша, уларҙа призлы урындар ала. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Санкт-Петербургта ҡала. Ул әүҙем тормош алып бара, ҡыҙҙың бер минуты ла бушҡа уҙмай. Ныҡышмалылығы һәм үҙ өҫтөндә ныҡлы эшләүе менән ҡыҙ иҫ китмәле һөҙөмтәләргә ирешә.

Халыҡ-ара конкурсты уҙғарыу майҙансығы булып Waldorf Astoria Dubai Palm Jumeirah биш йондоҙло отеле һәм Mirage клубы хеҙмәт итә. Был ҙур күләмле ваҡиғаны халыҡ-ара Irbis Media Group пиар-агентлығы ойоштора, ә мәғлүмәттәр Vklybe.TV Dubai ярҙамында тамашасыларға еткерелә. Жюрила билдәле баҫмаларҙың мөхәррирҙәре һәм EuroNews телеканалы вәкиле бар ине.

Кастингта төрлө илдәрҙән ҡыҙҙар ҡатнаша. Улар араһынан бары 13 ҡыҙ һайлап алына. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан да конкурсанттар була.

Конкурс ҡатнашыусыларҙың эрудицияһын һәм ижади һәләттәрен һынап ҡарауға төрлө программаларға бай булған. Сығыштар – инглиз телендә. Илгизә, бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, өсөнсө урынға һәм “Икенсе вице-Мисс Дубай-2019” титулына эйә була. Оҙаҡламай Мәскәүҙә “Megapolis Time” журналында конкурс барышын сағылдырған презентация донъя күрәсәк.

– Мин ошондай ҙур конкурста ҡатнаша алыуыма бик шатмын, – тип уртаҡлаша ҡыуанысы менән Илгизә. – Еңел булманы, уға әҙерлек күп ваҡытымды һәм көсөмдө алды. Матурлыҡ бәйгеһенең беренсе этабында үҙем менән таныштырғанда ғаиләмдең шәжәрәһен презентациялау аша үҙемдең бәләкәй ватаныма һөйөү һәм хөрмәтемде күрһәтергә тырыштым. Сығышыма Зәйнетдиновтар ғаиләһе үҙ ҡулдары менән әҙерләгән милли биҙәүестәр айырым төҫ бирҙе. Ижади номерға йыр тәҡдим иттем һәм ул бик матур килеп сыҡты. Йырҙы әҙерләгәндә әсәйем Лилиә Мөхтәрова менән район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Сабина Әхтәмова ныҡ ярҙам иттеләр. Инглиз телен яҡшы белеүем дә яҡшы булды. Нисек кенә булмаһын, мин ошондай абруйлы урын яулармын тип һис кенә лә күҙ алдына килтермәгәйнем.

Яҡташыбыҙҙың өсөнсө урын һәм “Икенсе вице-Мисс Дубай-2019” титулына ирешеүе Мәсетле ерендә ысын таланттар һәм матур кешеләр йәшәүен тағы ла бер тапҡыр иҫбат итә.