Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
16 Октябрь 2019, 13:04

Лицей уҡыусыһының уңыштары

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә “Сәләмәт туҡланыу – әүҙем оҙон ғүмер” һәм “Русский Крым и Севастополь” акциялары еңеүселәрен бүләкләнеләр.

Акциялар “Бергәләп эшләйек” Бөтә Рәсәй хәрәкәте тарафынан һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Сәләмәт киләсәк” һәм “Тарихи иҫтәлек” партия проекттарына ярашлы уҙғарыла. Республиканан биш федераль финалсы приз сифатында “Артек” лагерына путевкалар алды.

“Хәрби туғанлыҡ”тың Баш-ҡортостан бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов “Русский Крым и Севастополь” акцияһы еңеүселәрен бүләкләне. Ул бындай конкурстарҙың йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүен билдәләне.

Мәсетле районынан 1-се лицейҙың 9 “Б” класы уҡыусыһы Марсель Сибәғәтов “Бергәләп эшләйек” хәрәкәтенең “Сәләмәт туҡланыу – әүҙем оҙон ғүмер” акцияһы “Лидер” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеүсе дипломы менән наградланды. Унан тыш Марсель шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк менән наградланды. Кураторы – 1-се лицейҙың технология уҡытыусыһы Ольга Топычканова “Сәләмәт туҡланыу – әүҙем оҙон ғүмер” акцияһы “Лидер” конкурсы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

“Бергәләп эшләйек” проектында Башҡортостандан барлығы 447 кеше ҡатнашты, шуларҙың 259-ҙы – лидер. “Сәләмәт туҡланыу – әүҙем оҙон ғүмер” акцияһының бөтә этаптарында 20 уҡыусы, “Русский Крым и Севастополь” акцияһы буйынса 22 лидер уңышлы үтте.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Сәләмәт киләсәк” партия проекты граждандарҙың сифатлы медицина ярҙамын алыуына, юғары технологиялы медицина ярҙамы системаһын артабан камиллаштырыуҙы тәьмин итеүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы көсәйтеүгә йүнәлтелгән.