Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шундай!
28 Август 2019, 13:03

Ышаныслы аҙымдар менән алға

Өфөлә “Мисс Башкортостан” модель агентлығы эше үҫешә.

Йәш ҡыҙҙар рәсми күләмдәге сараларҙа уңышлы сығыш яһай, республиканан ситтә тыуған яҡтарын данлай, ә иң мөһиме, Япония, Төркиә, Һиндостан, Ҡытай, Египет, Бойондороҡһоҙ илдәр союзы һәм Европа илдәрендә үткән халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарынан еңеүселәр “тажы”н алып ҡайта. Был агентлыҡтың директоры – Теләш ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Луиза Марсель ҡыҙы Закирйә-нова. Һөнәри эшмәкәрлек нигеҙен ул мәктәптә, ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы түңәрәктәрҙә, район мәҙәниәт йортонда, Мәсәғүт педколледжында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡығанда алған. Ул барлыҡ уҡытыусыларға һәм бағыусыларға сик-һеҙ рәхмәтле.

– Луиза Марсель ҡыҙы, беҙ һеҙҙең уңыштар менән ысынлап та ғорурланабыҙ. Һеҙгә бары 30 йәш кенә, ә шундай танылыу. Ҡасан барыһына ла өлгөрҙөгөҙ?

– “Мисс Башкортостан” агентлығы – ул минең шәхси проектым. Уны ете йыл элек, әле студент сағымда уҡ астым. Ата-әсәйемә рәхмәтлемен (башта улар кире уйлатырға тырышһалар ҙа), улар шәхси предприятиемды теркәргә ярҙам итте. Ә ойоштороу менән үҙем шөғөлләндем. Һис бер капитал һалыуһыҙ, тип әйтергә мөмкин. Ҡыҙҙар йыйҙым, фотосессиялар уҙғарҙым. Барыһы ла күңел ҡушҡанса, ә аҡса өсөн түгел.

Ләкин барлыҡ эшҡыуарҙар кеүек үк, миңә лә һалымдар түләргә ваҡыт етте, һәм шул саҡта мин етди рәүештә эшкә тотондом. Хәҙер быға бик ныҡ шатмын.

– Бьюти-индустрияға (матурлыҡ донъяһына) һеҙҙе нимә алып килде?

– Бала саҡтан мин һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым, ике тапҡыр “Салауат йыйыны”ндағы “Сая ҡыҙҙар” конкурсында Мәсетле һәм Дыуан райондары исеменән сығыш яһаным, Красноярск ҡалаһында “Мисс Азия-Сибирь” конкурсында еңдем. Әле студент ҡына көйө халыҡ-ара конкурстар менән ҡыҙыҡһына башланым. Уларҙың беренсеһе үк яҙмышымда хәл иткес роль уйнаны. 2011 йылда мин Румынияла “Мисс Европа Туризм” конкурсында ҡатнаштым. Тап ана шунан мин илһамланып, ҡыҙҙарҙы нәзәкәтлелеккә, үҙ-үҙеңә ышанғанлыҡҡа һәм маҡсатлы булырға өйрәтеү теләге менән янып ҡайттым.

– Ә был конкурсҡа һеҙҙе кем әҙерләне?

– Сәфәрҙе тулыһынса үҙем ойош-торҙом: интернетта положениеһын таптым, кастинг өсөн үҙемдең фотоһүрәттәрҙе һәм үҙем тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ебәрҙем, сит ил паспорты һәм виза эшләтеп, ата-әсәйем аҡсаһына билет һатып алдым, прокатҡа башҡорт милли костюмы, ҡупшы күлдәк алдым, портфолио әҙерләнем һәм башҡалар.

Әҙерләнеү өсөн ваҡыт бик аҙ ине. Ауыр булды, ләкин балалыҡ хыялым еңде: минең Дракула һарайын бик күргем, Моранди концертында булғым һәм, әлбиттә, Европа кимәлендәге конкурста ҡатнашҡым килә ине.

– Ә хәҙер бөтә ошо ойоштороу мәлдәрен һеҙ үҙегеҙгә алаһығыҙмы?

– Әлбиттә. Минең эшемдең төп маҡсаты – ул моделдәрҙе әҙерләү генә түгел. Мин үҙемдең ҡыҙҙарыма донъяны киңерәк асырға, уларға ниндәйҙер яңы нәмәгә өйрәнергә мөмкинлек бирергә тырышам, уларҙың йөҙөндә бөтөн донъяға башҡорт халҡының, республикабыҙҙың тарихи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен күрһәтергә теләйем. Һәр конкурста милли костюмды күрһәтеү, үҙ төбәгең тураһында видео һәм башҡа материалдарҙы фай- ҙаланып сығыш яһау мотлаҡ булып тора, бүләккә башҡорт балы, таланттар конкурсына башҡорт бейеүе йәиһә милли стилдә башҡа нәмә әҙерләйбеҙ. Әлбиттә, инглиз телен белеү – мотлаҡ. Конкурсанткаларға талаптар юғары. Ләкин беҙ тырышабыҙ.

– Донъя кимәленә сығыу юлдарын һеҙ нисек табаһығыҙ?

– Инглиз телен белеү, аралашыусанлығым бик ныҡ ярҙам итә. Төрлө илдәр-ҙән күп кенә төп агентлыҡтар менән танышмын. Ә иң мөһиме, беҙҙең ҡыҙҙар бит бик һылыу, һомғол буйлы, аҡыллы һәм беҙҙең милли кейемдәребеҙ ҙә уникаль, сағыу. Миңә ҡыҙҙарыма бары тик еңә һәм ҡурҡыуһыҙ алға бара белеүҙе һалырға, уларҙа үҙ-үҙҙәренә, үҙ мөмкинлектәренә булған ышанысты арттырырға ғына ҡала.

– Һеҙҙең яҡын киләсәккә пландарығыҙ?

– Ғәҙәттәгесә, сентябрь-октябрҙә беҙҙә башлаусылар өсөн модель сәнғәте мәктәбе эшләй. Бер нисә ҡыҙ халыҡ-ара конкурстарға әҙерләнә. Унан тыш беҙ бихисап урындағы сараларҙы уҙғарабыҙ. Әле яңы ғына “Краса Башкортостана” IV республика конкурсын тамамланыҡ. Уйҙар һәм идеялар бик күп. Ә беҙҙең иң ҙур сара яҙ үтә – “Мисс Башкортостан” конкурсы менән беҙ үҙ эшебеҙгә йом- ғаҡ яһайбыҙ. Әйткәндәй, беҙ буй буйынса талапты бөтөрҙөк, 157 санти- метрҙан алып буйы әллә ни оҙон булмаған ҡыҙҙарҙы ла алабыҙ.

Йыл һайын конкурс шәфҡәтлелек йүнәлешендә эшләй. Балалар йорттарына, өлкән йәштәгеләргә, приюттарҙағы хай-уандарға ярҙам итәбеҙ. Мәҫәлән, былтыр приюттағы эттәр өсөн өс тоннанан ашыу аҙыҡ йыйылды.

– Беҙҙең район менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?

– Эшләй башлауымдың тәүге йылдарында бик тығыҙ бәйләнеш урынлаш-ҡайны: матурлыҡ һәм балалар конкурстарын үткәрергә ярҙам итә инем, еңеүселәр беҙҙең республика конкурстарында әүҙем ҡатнашты. Тайыш ауылынан “Мисс Башкортостан” конкурсында еңеүсе Айгөл Вәлиева Бөтә Рәсәй студенттар матурлыҡ һәм таланттар конкурсында, шунан Көньяҡ Кореяла үткән халыҡ-ара студенттар конкурсында ҡатнашты. Яҡташтар булараҡ, Заһир Зәйнетдинов, Салауат районынан сыҡҡан артистар менән бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Әгәр минең ярҙамым кәрәк бул-һа, мин бик теләп ярҙам итәсәкмен.

Әңгәмәне Гөлнара ХӘТМУЛЛИНА алып барҙы.